+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортса текстарҙы тикшереүсе тәүге сайт барлыҡҡа килде

Хәҙер башҡорт телендәге һүҙҙәрҙең, һөйләмдәрҙең һәм ҙур-ҙур текстарҙың дөрөҫ яҙылышын онлайн тикшереү мөмкинлеге бар.

Башҡортса текстарҙы тикшереүсе тәүге сайт барлыҡҡа килде
Башҡортса текстарҙы тикшереүсе тәүге сайт барлыҡҡа килде

Бының өсөн ни бары https://tiksher.eu/ сайтына үтеп, үҙегеҙҙең яҙмағыҙҙың күсермәһен ҡуйығыҙ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә робот ҡағиҙәләргә таянып хаталарҙы таба һәм ҡыҙыл менән һыҙып күрһәтә. Шулай уҡ төҙәтмәләр ҙә тәҡдим итә.

Тикшереү сайтын Республика Башлығы гранты ярҙамында Айгиз Ҡунафин командаһы тормошҡа ашырҙы.

– Эштең тәүге этабы – текстарҙа булған хаталарҙы табыу, уларҙы ниндәй вариантҡа төҙәтеп булыуын күрһәтеү. Өҫтәмә мөмкинлек тә бар: һүҙ төркөмдәренә морфологик анализ яһау. Әйткәндәй, сайттағы программаны компьютерға ҡуйып, уның менән интернетһыҙ ҙа ҡулланырға була, – ти Айгиз.

– Был бик мөһим һәм кәрәкле проект. Сайт – башҡорт телен яңы ғына өйрәнеүселәргә алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Шулай уҡ башҡортса яҡшы белеп тә, үҙҙәрен тикшерергә теләүселәр өсөн дә файҙалы. “Аҡыллы колонка” менән бер рәттән был проект та йәмғиәттә башҡорт телен популярлаштырыуға, уны өйрәнеүҙе еңеләйтергә ярҙам итә, – тип белдерҙе Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: