+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Белем" фестивале башҡорт телен үҫтерә

Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә "Белем" төбәк-ара мәғариф фестивале үтә. 

"Белем" фестивале башҡорт телен үҫтерә
"Белем" фестивале башҡорт телен үҫтерә

Уны Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ойоштора. Сара башҡорт телен популярлаштырыуға, уны республиканан ситтә өйрәнергә ҡыҙыҡһыныу уятыуға йүнәлтелгән.

28 мартта Силәбе өлкәһе Сосновка районы Туҡтыбай ауылында үткән фестивалдә Республика инженер интернат-лицейы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика интернат-гимназияһы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы ҡатнашты. Өлкәнең Сыбаркүл, Ҡоншаҡ, Арғаяш, Сосновка райондары, Силәбе ҡалаһынан килгән 30 башҡорт теле уҡытыусыһы, уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, квест-марафон үткәрелде.

6 апрелдә фестиваль Сургут ҡалаһында, 12 апрелдә - Һамар өлкәһенең Оло Чернигов ауылында, 26-һында Пермь өлкәһе Барҙа ауылында уҙасаҡ. Башҡортостан белем усаҡтарынан балалар ҙа барып, оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтеүҙә ҡатнашасаҡ. 

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

 

"Белем" фестивале башҡорт телен үҫтерә
"Белем" фестивале башҡорт телен үҫтерә
"Белем" фестивале башҡорт телен үҫтерә
"Белем" фестивале башҡорт телен үҫтерә
"Белем" фестивале башҡорт телен үҫтерә
"Белем" фестивале башҡорт телен үҫтерә
"Белем" фестивале башҡорт телен үҫтерә
"Белем" фестивале башҡорт телен үҫтерә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: