+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Афарин, Ынйыгөл!

Сибайҙағы "Әкиәт" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе 6 йәшлек Ынйыгөл Әбделғазина Гөлназ Ҡотоеваның "Туған тел" шиғырын һөйләй. Афарин, кескәй телһөйәр!

Афарин, Ынйыгөл!
Афарин, Ынйыгөл!

Туған телем минең, аҫылым,
Балҡып ҡына китер асылым,—
Башҡортсалап берәү өндәшһә,
Бер туғаны кеүек һөйләшә.

Башҡорт теле — тыуған илгенәм,
Иркәләп тә һөйөр елгенәм.
Әсәм ҡулдарының наҙы ул,
Күңелемдең шаулы яҙы ул.

Башҡорт телем минең — сабырлыҡ,
Инәйҙәрҙән ҡалған таһыллыҡ,
Башҡорт теле — минең тамырым,
Селләләрҙә көткән ямғырым.

Башҡорт теле — минең улғынам,
Киләсәккә илтер юлғынам.
Башҡорт теле — минең киләсәк,
Килер быуындарға бирәсәк.

Башҡорт телем минең, аҫылым,
Балҡып ҡына китер асылым, —
Башҡортсалап берәү өндәшһә,
Йәнем ирей.
Телем, мең йәшә!

                          Гөлназ ҠОТОЕВА.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: