+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

19 апрель – Милли кейем көнө

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының алдынғы, рухлы уҡыусылары Алик Ғәлиуллин менән Алһыу Кайбышева "Йәншишмә" гәзитенең Почет грамоталары һәм бүләктәре – милли биҙәкле галстук һәм француз яулыҡ менән. 

19 апрель – Милли кейем көнө
19 апрель – Милли кейем көнө

Алик беҙ ойошторған "Яратам мин телемде" видеоконкурсында еңеүсе исеменә лайыҡ булһа, Алһыу II урын яулағайны. Алик – шәп математик, оҫта шахматсы, робот техникаһы буйынса ла ярыштарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ телгә лә маһир. Төрлө конкурстар еңеүсеһе һәм призеры.

Алһыу ҙа – ҡала, төбәк, Рәсәй кимәлендәге олимпиадалар, төрлө бәйгеләр еңеүсеһе. Төрлө китаптар, Рәми Ғариповтың шиғырҙарын уҡырға ярата.

Ошондай рухлы, булдыҡлы ҡыҙҙар һәм егеттәр киләсәктә республикабыҙҙы алға алып барасаҡ та инде, Алла бирһә. Алда ла уңыштарығыҙ күп булһын, Алһыу, Алик!

 

19 апрель – Милли кейем көнө
19 апрель – Милли кейем көнө
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: