+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Иртәгә!

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙырға әҙерһегеҙме?

Иртәгә!
Иртәгә!

Дикторҙар "Башҡортостан юлдаш телевидениеһы" телеканалында тура эфирҙа 27 апрелдә 11:00 сәғәттә текстарҙы уҡый башлай. Быйыл уларҙы актёр Артур Кәбиров, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, профессор Әлфис Ғаязов уҡыуында ишетәсәкбеҙ.

Темалар: илһөйәрлек, йәштәр тормошо һәм ғаилә ҡиммәттәре. 

11:00 сәғәттән 11:25 сәғәткә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
11:30 сәғәттән 12:00 сәғәткә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
12:05 сәғәттән 12:30 сәғәткә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн текст уҡыла.

Төрлө майҙансыҡтарға килә алмаусылар диктантты өйҙән генә яҙа ала. Әйткәндәй, тура эфир видеоһы https://bashdictant.ru/ сайтында буласаҡ.

Яҙып бөткәс, эшегеҙҙең фотоһын 29 апрелдең 23:59 сәғәтенә тиклем электрон почтаға: [email protected] йәки телеграм-ботҡа: https://t.me/bash_dictant_bot ебәрергә кәрәк. Баһағыҙ 30 көн эсендә киләсәк. Электрон сертификат та ебәрелә.

 

Иртәгә!
Иртәгә!
Иртәгә!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: