+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йомғаҡ яһалды

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты быйыл 408 мең 399 кеше яҙған.

Йомғаҡ яһалды
Йомғаҡ яһалды

Өфөлә башҡорт теленән халыҡ-ара диктантҡа яҡынса йомғаҡ яһалды. Унынсы тапҡыр ойошторолған был акцияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен тағы ла арттырҙы.
Быйыл 3 мең 18 майҙансыҡ ойошторолдо: 1 мең 145-е – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн, 1 мең 478-е – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр, 395 майҙансыҡ – төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Диктантты барлығы 408 мең 399 кеше яҙҙы. Уларҙың 152 мең 820-һе башланғыс кимәлдәгеләр булһа, 171 мең 429 кеше – башҡорт телен яҡшы белеүселәр өсөн, ә 84 мең 150 кеше төньяҡ-көнбайыш диалектындағы текстарҙы яҙҙы.
Диктантты Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи ҡалаларында, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Ҡурған, Свердловск, Мурманск өлкәләрендә, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында, Пермь, Алтай, Приморье крайында, Яҡут, Татарстан республикаларында йәшәүселәр яҙҙы. Шулай уҡ Үзбәкстандан, Тажикстандан, Испаниянан, Швейцариянан, Германиянан, Бөйөк Британиянан, Италиянан, Франциянан, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Төркиәнән, Польшанан, Ирандан, Аргентинанан, Индонезиянан, Көньяҡ Кореянан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән ҡатнашыусылар булды.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров, республика Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин диктантты «Патриот» хәрби-патриотик паркында башланғыс хәрби әҙерлек буйынса сборҙа ҡатнашҡан уҡыусылар менән бергә яҙҙы. Бында шулай уҡ акцияға нигеҙ һалыусыларҙы тәбрикләнеләр: улар республика Башлығының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
– Диктантта ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта, уны илдең төрлө төбәктәрендә генә түгел, сит илдәрҙә лә яҙалар. Акцияға быйыл 10 йыл тулды, ә уның халыҡ-ара статусына – 5 йыл. Сараның географияһы киңәйә, аудиторияһы арта. Быларҙың барыһына ла республика Башлығының башҡорт телен популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә шәхси иғтибары ярҙамында өлгәшелде. Радий Фәрит улы акцияла йыл һайын ҡатнаша, – тип билдәләне Азат Бадранов.
Акция барышында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән мәктәптәр өсөн махсус әҙерләнгән «Һомай» колонкаһының исем туйы уҙҙы. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булған был проект Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Тантаналы саранан һуң абруйлы ҡунаҡтарға һәм республиканың төрлө район-ҡалаларынан мәктәп директорҙарына колонкалар тапшырылды.
Ғәҙәттәгесә, диктантты онлайн яҙыусылар өсөн тура эфир Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һәм социаль селтәрҙәр аша ойошторолдо. Быйыл текстарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Кәбиров, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, педагогия фәндәре докторы, профессор, Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Әлфис Ғаязов уҡыны.
Тура эфирҙан видеояҙма сайтта 27 апрелдән 29-ына тиклем һаҡланылды. Теләүселәр, эфирҙы ҡабаттан ҡарап, диктантты үҙ аллы ла яҙа алды.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры Гөлназ Йосопова башҡорт телен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергәндәре өсөн ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.
– Был акция бер юлы бер нисә маҡсатты күҙ уңында тотоуы менән үҙенсәлекле. Диктантта ҡатнашыусы һәр кем үҙенең белем кимәлен билдәләй ала. Акция ярҙамында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһенә йәмәғәтселектең иғтибары йәлеп ителә. Шулай уҡ ул башҡорт телен коммуникацияның заманса ысулы булараҡ популярлаштыра һәм уны өйрәнеүгә теләк уята, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Илдус Ҡаһарманов билдәләүенсә, башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһы – ул белемде тикшереү генә түгел, ә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһенә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.
– Ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл артыуын иҫәпкә алып, акцияның төп маҡсатына ирештек, тип иҫәпләйем, һәм ул халыҡ сараһына әүерелде, – тине Илдус Фәнил улы.
Акцияла ҡатнашыусы һәр кемгә электрон сертификаттар йүнәлтеләсәк. Улар ай дауамында электрон почтаға йәки телеграм-бот аша ебәрелә.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: