+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Рухиәт байрамы

  Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, тел ғалимы, Танып ырыуы башҡорто Әхнәф Ибраһим улы Харисов менән балтастар сикһеҙ ғорурлана.

Рухиәт байрамы
Рухиәт байрамы

Икенсе йыл рәттән үткәрелеүсе “Харисов уҡыуҙары" фәнни-ғәмәл конференцияһы быға асыҡ дәлил. Быйыл ул күренекле ғаоимдың тыуыуына 110 йыл тулыуға, “Урал батыр мәктәбе” проектын ғәмәлгә ашырыуға бағышланды.

Ҡунаҡтарҙы 1-се мәктәптең фойеһында балалар матур шиғырҙар һөйләп ҡаршыланы. Уҡытыусылар асыҡ дәрестәр,  мастер-кластар ҡарап, тәжрибә уртаҡлашып, фекер алышты. 2022 йылда үткән “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсы Гран-при хужалары “Тамсылар”түңәрәгендә шөғөлләнеүселәрҙең “Ғалим булғым килә” тигән сәхнәләштерелгән  кластан тыш сараһынан һуң, мәртәбәле ҡунаҡтар – Мәғариф һәм фән министрлығынан Илдус Ҡаһарманов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Нурислам  Ҡалмантаев, “Аҡ тирмә" клубынан Рәйсә Күзбәкова, Мәрүә Ғилметдинова, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллиналарҙың сығыштарын тыңланыҡ. Әхнәф Харисовтың ҡыҙы, хеҙмәт ветераны Зөлфирә Мамаева (Харисова) атаһы тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Пленар өлөштән һуң саралар район мәҙәниәт һарайында “Рухиәт байрамы”нда дауам итте. Фойела “Урал батыр мәктәбе”нең ун йүнәлешен сағылдырған бай йөкмәткеле кургәҙмә менән таныштыҡ. Баҡалылағы 1-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тәслиә Инсаф ҡыҙы Ғәлиуллина ғалимға бағышлап үҙе төҙөгән  квест уйынын ойошторҙо.

    Жюриға, әлбиттә, иң-иңдәрҙе һайлап алыуы еңелдәрҙән булмағандыр. Бына сәхнәгә берәм-берәм еңеүселәр сыға башланы. Уларға дипломдарҙы мәртәбәле ҡунаҡтар тапшырҙы.

”Ҡобайыр” номинацияһында - Балтас районы Көндәшле мәктәбенән Миләүшә Шәрәфетдинова, “Шиғыр” номинацияһында Ҡарыштан Алина Баһауетдинова – еңеүселәр.

 Балтастағы 2-се мәктәптән Азалия Сарваретдинова етәксеһе Земфира Фәттәх ҡыҙы Шәйхинурова менән район шағирҙары Роза Гәрәева менән Рузалия Ахметова ижадында диалектизмдарҙы өйрәнеп, матур эш башҡарған. Һөҙөмтәлә, II урын – Азалияныҡы. Әйткәндәй, Земфира Фәттәх ҡыҙының тағы бер уҡыусыһы  Гүзәл Дилмөхәметова “Нәфис публицистика” номинацияһында еңеүсе. “Эссе”  конкурсында призер беҙҙең Илеш районы Исәмәт мәктәбенең V синыфынан Тянь Амира Шицзинды (Илеш районы, Исәмәт), “Йәншишмә” гәзитенең һәр һанын туҙемһеҙлек менән көтөп алыусы, шиғыр конкурсында III урын алған Гүзәлиә Хәтмуллинаны ихлас ҡотлайым!

   Тәтешле районынан да ҡатнашыусылар күп. Үрге Тәтешлеләге 2-се  мәктәптән X синыф уҡыусыһы Алһыу Ниғәмәтйәнова Ә.Харисовтың “Разведчик” хикәйәһе, А.Твардовскийҙың “Василий Теркин”, М.Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмалары һәм Тәтешле районында тыуып-үҫкән, махсус-хәрби операцияла ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған  Фәнис Хөсәйеновтың батырлыҡтары тураһында “Үлмәҫ батырлыҡ” тигән тәрән йөкмәткеле тикшеренеү эше башҡарған.  Уның сығышы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Алһыу I урынға лайыҡ булды. Афарин! Тәтешлеләр араһынан шулай уҡ эссе конкурсында призерҙар бар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Риф ҡыҙы Муллаярова уҡыусыларының еңеүҙәре менән сикһеҙ ғорурлана, киләсәктә лә һынатмаҫтар, тип ышана.

 Гран-при хужаһы – Зинира Ғималетдинова. Ул урыҫ телендә “Ни өсөн фельетондар әле лә көнүҙәк” тигән эше менән сығыш яһаны.

Конференция барышында Балтас районы балалар ҡоролтайына рәйес һәм ағзаларын да һайланылар.

Үҙ халҡының тарихын, телен, мәҙәниәтен, йолаларын, арҙаҡлы шәхестәрҙең тормош юлын тәрән өйрәнеүсе, шулай уҡ матур шиғырҙар, иншалар яҙыусы һәләтле уҡыусыларыбыҙ байтаҡ икән! Ошондай рухлы, телһөйәр, илһөйәрҙәр булғанда тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, елебеҙ юғалмаҫ.

   Йырға, бейеүгә әүәҫ, һәләтле балалар йәшәй  икән Балтаста. Улар беҙгә ысын мәғәнәһендә “Рухиәт байрамы” бүләк итте. Хистәр ташып, дәртләнеп ҡайттыҡ Балтас еренән. Бай йөкмәткеле конференцияны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!

 

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Илеш районы,

 Исәмәт мәктәбе.

Рухиәт байрамы
Рухиәт байрамы
Рухиәт байрамы
Рухиәт байрамы
Рухиәт байрамы
Рухиәт байрамы
Рухиәт байрамы
Рухиәт байрамы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: