+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Мин башҡортса һөйләшәм"

“Мин башҡортса һөйләшәм” башҡорт теле фестивале 1 июндә “Арт-квадрат” майҙансығында ойошторола.

"Мин башҡортса һөйләшәм"
"Мин башҡортса һөйләшәм"

“Мин башҡортса һөйләшәм” - телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән ғаилә фестивале. Ул көндөҙгө сәғәт 12-лә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн “Тел лабораторияһы” майҙансығынан башлана. Арт-квадрат биләмәһендә түбәндәге зоналар эшләйәсәк:

- Башҡорт телендәге музыкаль/шиғри баттлдар;

- Иң бәләкәйҙәр өсөн башҡорт аниматорҙары менән уйындар;

- Ата-әсәләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре;

- Милли уйындар;

- Башҡортса уйынсыҡтар, дидактик материалдар күргәҙмәһе.

Кескәй тамашасыларҙы урам театрҙары, халыҡ бейеүҙәре, тамбурлы сигеү, бәләкәй келәмдәр, кескәй селтәр, балсыҡтан тәрилкәләр эшләү, кейеҙҙе ҡоро килеш баҫыу буйынса һәм башҡа төрлө оҫталыҡ дәрестәре көтә. Ата-әсәләр өсөн психолог һәм логопед лекциялары ойоштороласаҡ. Был майҙансыҡтар Мостай Кәрим урамы яғынан ингән ерҙә һәм Амфитеатр (пианино торған майҙан) янында киске сәғәт 5-кә тиклем эшләй.

Ә биштә башҡорт эстрадаһының йәш артистары концерты башлана! Фестивалдең хедлайнерҙары – Тимур Ямалов, RENA RNT һәм BURELAR төркөмө. Уларҙан тыш, Nail Bashstyle, Q-Yan, Радмир Исмагилов, 911th, BABY Ti, Raush, Айдар Исхаков, Аlbiona & Марат Тaturas, Лилиә Сәғитова, Lovil, Toolkyn, HANQYZY һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.

Фестивалдең бөтә йүнәлештәре тураһында тулыраҡ «Бәйләнештә»ге төркөмдә күҙәтергә мөмкин: https://vk.com/minbashkortsahoilasham2024.

Сараға инеү бушлай. Проект Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

"Мин башҡортса һөйләшәм"
"Мин башҡортса һөйләшәм"
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: