Дәрттәре ташып торған, сәсән телле, йор һүҙле балалар «Урал батыр» эпосын яттан һөйләп, уны сәхнәләштереү буйынса көс һынашты. Был бәйге ысын мәғәнәһендә рух байрамына әүерелде.
Ҡыҙыбыҙ Йәсминә Лоҡманова конкурстың «Урал батыр» эпосын яңғыҙ башҡарыуcылар» номинацияһында ҡатнашып, I урынға лайыҡ булды. Йәсминәнең сығышын ҡурай моңдары менән биҙәгән Мирас ҡустыбыҙға, тәрбиәсебеҙ Дилбәр Азамат ҡыҙы Шәфиеваға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Шуныһы ҡыуаныслы: бер бала ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, төрлө ойошмалар, матбуғат баҫмаларының Дипломдары һәм махсус бүләктәре тапшырылды.
Балалар конкурста ҡатнашып ҡына ҡалманы, улар Өфөнөң иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылды, музейҙар менән танышты. Балаларҙың ял минуттары күңелле уйындар, фәһемле кино ҡарау менән үрелеп барҙы. Өс көн дауам иткән бәйге көндәре уларҙың күңелендә яҡты иҫтәлектәр ҡалдырҙы.
Алита ЛОҠМАНОВА.
Өфө ҡалаһы.