Проект 3 – 5 йәшлек балаларға тәғәйенләнгән һәм башҡорт әлифбаһындағы хәрефтәрҙе өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Әйткәндәй, йәнһүрәт Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлә. Проектты “Муха” студияһы “Башҡортостан” киностудияһы менән берлектә тормошҡа ашыра. Рәссамы – рәссам-карикатурист Камил Буҙыҡаев.
Төп геройҙары – Айгөл һәм Айтуған. Уларҙы балалар тауышландыра. Башҡорт алфавитында – 42 хәреф, тимәк ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына 42 серия буласаҡ. Авгусҡа уларҙы төшөрөп бөтөргә планлаштыралар. Проект өҫтөндә эш тулыһынса тамамланғас, исем туйын үткәрәсәктәр.
“Әлифба” йәнһүрәттәр сериалын республикала ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә, ғөмүмән, башҡорттар йәшәгән һәр ерҙә ҡарай алырға тейештәр”, – ти проект авторҙары.
Фото: Әлифба - образовательный мультфильм (vk.com)