-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
14 Сентябрь , 22:24

Телеграм – башҡортса

Эйе, мессенджерҙа хәҙер башҡортса меню ла бар. Күсеп алыуы бер ҙә ҡыйын түгел. Бына нимә тип яҙа тәржемәселәр...

Телеграм – башҡортса
Телеграм – башҡортса
 
"Һаумыһығыҙ! Беҙ, бер төркөм ирекмәндәр, һеҙгә ҡыуаныслы хәбәр еткерергә теләйбеҙ.
Бер нисә ай элек телеграмды үҙебеҙҙең телгә тәржемә итергә булдыҡ. Тәүҙә ауырыраҡ булды, ярҙам итеүселәр әҙерәк ине. Тәржемә яҡынса 10 – 15% әҙер булғас, бер  уй килде – яһалма интеллект ҡулланырға! Шулай итеп, ярҙамсылар һәм яһалма интеллект ярҙамында тәржемә бик ҡыҫҡа ваҡытта әҙер булды. Был тәжрибәбеҙҙе татар коллегаларыбыҙға ла тәҡдим иттек.
Әлбиттә, тәржемәлә бер аҙ хаталар бар, яһалма интеллект камил түгел бит.
Барығыҙҙы ла телеграмдың башҡорт теленә тәржемә ителеүе тураһында мәғлүмәтте мөмкин тиклем күберәк кешегә таратыуығыҙҙы һорайбыҙ. Дуҫтарығыҙға, таныштарығыҙға шуның турала һөйләгеҙ. Күптәр белмәй бит әле.
Башҡорт теленә күсер өсөн һылтанма - https://t.me/setlanguage/bashkort-cyrill.
Хаталар тураһында ошонда яҙырға була- t.me/translation_bashkort_cyrill.
Рәхмәт!"
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: