Ҡатнашыу өсөн https://www.basholimpiada.ru/ сайтына инеп теркәлеп, тест һорауҙарына яуап бирергә кәрәк. Улар өс кимәлдә: башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн - башланғыс кимәл; ирекле кимәл - башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн; башҡорт теленең диалекттары - башҡорт теленең диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн.
30 һорауға 45 минут ваҡыт бирелә. Һәр ҡатнашыусы һөҙөмтәһе яҙылған сертификат аласаҡ.
Теркәлеү, тест үтеү йәки сертификат алыу, техник ҡыйынлыҡтар тыуһа, 7(347) 2-46-58-24 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Олимпиаданы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, "Мираҫ" йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү фондтары ойоштора. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды булышлығында Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла.