-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Илшат Рәхмәтуллин: "Мәскәүҙә лә башҡорт телен өйрәнәбеҙ"

Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бара.

Илшат Рәхмәтуллин: "Мәскәүҙә лә башҡорт телен өйрәнәбеҙ"
Илшат Рәхмәтуллин: "Мәскәүҙә лә башҡорт телен өйрәнәбеҙ"

Бөгөн төбәктәрҙә башҡорттарға ярҙамды көсәйтергә кәрәк, тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илшат Рәхмәтуллин. Ул «Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә башҡорттар» секцияһында модератор булып сығыш яһаны.

— Беҙ башҡорт телле халыҡҡа ярҙам итеү, башҡорт телен һаҡлау менән шөғөлләнәбеҙ, — тип һөйләне «Башинформ»ға Илшат Илдус улы. — Был йүнәлештә беҙҙә йәштәр менән бик әүҙем эш алып барыла. Беҙҙең йәмәғәт ойошмаһы — Башҡортостан Республикаһы студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы төбәгебеҙҙән сыҡҡан бөтә кешеләрҙе берләштерә. Фестивалдәр үткәрелә, башҡорт теле курстары бар — был проекттарҙың барыһы ла телде һәм мәҙәниәтте һаҡлауға йүнәлтелгән. Петербургта һәм Ҡазанда ла үҙебеҙҙекеләрҙе берләштерергә ниәтләйбеҙ.

Илшат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, лингвистик лагерҙарҙы арттырыу тәҡдиме уға ныҡ оҡшап ҡалған.

— Минең балаларым үҙ тамырҙарынан айырылмай. Мәскәүҙә йәшәһәләр ҙә, туған телен өйрәнәләр. Ғаиләлә практика бар, ләкин тулыһынса милли мөхиттә үҫергә ваҡыттарының төп өлөшөн урыҫ телле йәмғиәттә үткәреүҙәре ҡамасаулай. Шуға күрә республиканан ситтә ошондай лагерҙар ойоштороу — шәп тәҡдим, — тине Учалы егете.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: