"Иштуған китапханаһының иң бәләкәй дуҫы – Мусина Рәлиә Башҡорт теле көнө айҡанлы үткәрелгән "Эй илһамлы, эй хөрмәтле башҡорт теле!" республика флешмобына ҡушыла. Ул Фәүзиә Ҡотлогилдина ижад иткән "Мин башҡорт ҡыҙыҡайы" исемле шиғыр һөйләй.
Ойоштороусыһы – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың балалар үҙәге", – тип яҙалар Иштуған китапханаһы төркөмөндә.
Афарин, Рәлиә, бик матур һөйләнең!
МИН – БАШҠОРТ ҠЫҘЫҠАЙЫ!
Үҙ телемдә һөйләшәм мин
Урал батыр ерендә!
Өләсәйем өйрәткәне
Күңелемдең түрендә!
Ҡурайымдың көйҙәренә
Тыпыр-тыпыр баҫамын.
Халҡымдың йыр-бейеүҙәрен
Донъяға таратамын!
Орсоҡ кеүек өйөрөләм
Башҡалам сәхнәһендә,
Башҡорт бейеүҙәрен бейеп
Еңеп ҡайттым бөгөн дә.
Мин – башҡорт ҡыҙыҡайы!
Мин – башҡорт ҡыҙыҡайы!
Башҡортостаным илемдең
Буласаҡ йондоҙҡайы!
Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә
/