Сараның маҡсаты әсә телендә һөйләшеүҙе пропагандалау, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, ҡомартҡыларҙы онотмай киләсәк быуынға тапшырыу, Тыуған илде, ерҙе, телде һөйөү, һаҡлау, хөрмәт итергә өйрәтеү булды.
"Аҡ елкәндәр" төркөмөнән был конкурста Айым Әлмөхәмәтова үҙенең әсәһе Гөлнара Хәмитйән ҡыҙы һәм өләсәһе Зөбәйҙә Әүһәҙи ҡыҙы менән ҡатнашты. Йыр-моңға әүәҫ, алдынғы, өлгө алырлыҡ Әлмөхәмәтовтар ғаиләһе был сарала ла үҙҙәрен һынатманылар: Айым оҫта итеп шиғыр һөйләне, әсәһе менән өләсәһе ҡубыҙҙа уйнап йырланылар, Быуындан быуынға күсеп килгән ҡомартҡы – көмөш алҡа тураһында һөйләп, "Мираҫ" номинацияһы еңеүселәре булдылар. Афарин!
Бөтә үткәрелгән ярыштарҙа, сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы өлгөр ғаиләгә ҙур рәхмәтемде әйтәм!
Резеда МӨХӘМӘТШИНА, тәрбиәсе.