+2 °С
Облачно
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабря 2024, 06:41

Милли кейемдә оҡшаны

Башҡорт теле көнө – башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн.

Добавить в предпочтительные источники Google
Милли кейемдә оҡшаныМилли кейемдә оҡшаны
Милли кейемдә оҡшаны

Был көн 276-сы балалар баҡсаһында ҙур байрамға әүерелде. Һәр төркөм тәрбиәләнеүселәренә Башҡортостандың дәүләт символдары, башҡорт теле тураһында әңгәмә үткәрелде. Кескәй дуҫтарыбыҙ башҡорт телендә шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы.
Шулай уҡ тәрбиәселәр балаларға башҡорт милли кейемдәре тураһында ла һөйләп китте. Малай-ҡыҙҙарға бигерәк тә халыҡ әкиәттәрен уҡыу, милли кейемдәр кейеп уйындар уйнау оҡшаны.
Был саранан балалар үҙҙәренә бик күп мәғлүмәт алды. Байрам бик уңышлы үтте һәм бөтәһе лә ҡәнәғәт булды.


Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, тәрбиәсе.

Өфө ҡалаһы.

Милли кейемдә оҡшаны
Милли кейемдә оҡшаны
Милли кейемдә оҡшаны
Милли кейемдә оҡшаны
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас