-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Этнофорум гөрләне

29 һәм 30 ноябрҙә беҙҙең өсөн сағыу һәм күптән көтөлгән ваҡиға булды.

Этнофорум гөрләне
Этнофорум гөрләне

"BASH.LINGUA" төбәк мәҙәни-мәғариф этнофорумы үтте: ул мәҙәни-ара аралашыуға, шулай уҡ сит ил студенттарының урындағы менталитет, Башҡортостан Республикаһының аутентик милли мәҙәниәте менән танышыу өсөн белем биреү майҙансығын булдырыуға йүнәлтелде.

Ике көнлөк этнофорум Студенттар кампусы бинаһында һәм АРТ-квадраттағы "Икенсе сәхнә" майҙансығында үтте.

Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 23 ойоштороусы, 10 ирекмән, шулай уҡ 25 спикерҙан торған эксперт төркөмө йәлеп ителде. Бынан тыш, форумға 150 кеше, йәштәр вәкилдәре килде. Форумдың икенсе көнөндә күргәҙмә майҙаны ойошторолдо.

Проект "Росмолодежь" Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығының финанс ярҙамы менән тормошҡа ашырылды.

 

Гөлназ ДИЛМӨХӘМӘТОВА, проект авторы.

Өфө ҡалаһы.

Этнофорум гөрләне
Этнофорум гөрләне
Этнофорум гөрләне
Этнофорум гөрләне
Этнофорум гөрләне
Этнофорум гөрләне
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: