-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
11 Февраль 2025, 12:03

Телебеҙ диалекттарға бай!

Бынан ярты быуаттар элек, мин Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡыған дәүерҙә, унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән балалар йыйыла ине. Күгәрсен, Учалы, Бөрйән, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан, хатта Ырымбур өлкәһенән дә уҡыу­сылар була торғайны. Шул саҡтарҙа уҡ башҡорт телендәге һөйләштең төрлөлөгө ҡыҙыҡ тойолғайны. Берәй һүҙҙең әйтелеше хаҡында уҡыусы балалар араһында йыш ҡына бәхәс сығып китә. «Һеҙҙә дөрөҫ һөйләшмәйҙәр, ә бына беҙҙең районда…» – тип ҡайһы саҡ һүҙ көрәштереүҙәребеҙ ҙә хәтеремдә ҡал­ған.

Мәҫәлән, беҙҙә – Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр тирәләрендә үҙҙәренең атаһынан, әсәһенән олораҡ ир кешегә «олатай» тип өндәшәләр (ҡайһы бер районда «бабай» тип әйтәләр). Ә Әб­йәлил яғынан килгән балалар уны «апа» тип атай торғайны. Ул ғына ла түгел, улар менән сиктәш Баймаҡ районының Темәс, Байым, Ҡолсора, Күгиҙел тирәләре лә шулай һөйләшә. Олораҡ ҡатын-ҡыҙ хаҡында өсөнсө затта (урыҫсалағы «его сестра»ны) әйтер өсөн «уның апайы» тиергә кәрәк икән. Юғиһә, «уның апаһы» тиһәң, был яҡтарҙа ир кеше (берәүҙең атаһының йә әсәһенең ағаһы) тураһында һүҙ бара, тип ҡабул ителә.
Ошондай диалекттар арҡаһында килеп сыҡҡан бер мәҙәк һөйләп алайым әле. Мәктәпте тамамлап сыҡҡас, бер нисә йылдан тап ана шул яҡтан булған (Байым ауылынан) интернатташ ҡыҙ Әминә менән тормош ҡорҙоҡ. Беҙҙең арала бөгөнгәсә шуға ҡағылышлы күңелле әңгәмәләр әленән-әле булып тора. Берәй туғаны хаҡында ул «апам» тип әйтһә, мин шунда уҡ (юрый ғына): «Һин әйтеп һөйлә: ҡыҙ апаңмы, әллә малай апаңмы», – тип шаяртам. Ә беләһегеҙме, ҡәҙерле уҡыу­­сылар, Әминә инәйегеҙ ми­не ниндәй һүҙҙәрҙә «тотоп» ала? Үҙебеҙҙең яҡтың (Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр) диалектына ярашлы, «малайлар», «ҡыҙлар», «барғаннар», «килгәннәр», тип һөйләшә башлаһам, «үҙең әҙәби телдә һөйҙәшмәй­һең», ти. Мин тағы уға яуап бирәм: «Ярай, улайһа, бынан ары һеҙҙеңсә һөйҙәшә баштармын». Мәктәп йылдарын иҫләп, бер талай көлөшөп алабыҙ.
Диалекттар ерле һөйләшеү тигәнде аңлатҡанын һәммәбеҙ белә. Махсус уҡыу йортон тамамлап, оҙайлы (сирек быуатҡа яҡын) әрме хеҙмәтенә барғас та Баш­ҡортостандың төрлө мөйөштәренән килгән һалдаттар менән һәр саҡ аралашып торҙоҡ. Күп милләттәр ара­һын­да булыуы­быҙға ҡарамаҫтан, мөмкинлек сыҡҡан һайын үҙ телебеҙҙә һөйләшергә тырыша инек. Учалыларҙың «көскә барып еттем» тигәнде «нәслә барып еттем» тиеүе, әлшәй­ҙәрҙең «ҫыу, ҫин, ҫыйыр», ар­хан­гелдарҙың «сыҡмаға, кил­мәгә, бармаға» һымаҡ һөйләшеүҙәре хаҡында белдем. Ҡыр­мыҫ­ҡалынан бер капитандың «отпускала бултым, фәлән кешене күртем», тигәненә лә иғтибар иттем. Ҡурған өлкәһенән килгән бер сержант «баһам» (баҫам), «киһәм» (ки­ҫәм), «ҡаһ» (ҡаҙ), «еһ» (еҫ), «тоһ» (тоҙ) тип һөйләшә ине. Хеҙмәттәштәремде ҡайһы саҡта бына шулай итеп һағынып иҫкә алам. Күгәрсен, Ейәнсура яҡтарында үҙенән кесерәк ҡатын-ҡыҙҙы «һылыу» тиеүҙәре бигерәк тә күңелемә ятты. Хәҙер үҙем дә шул һүҙҙе йыш ҡына ҡулланырға тырышам.
Ғөмүмән, ҡәҙерле балалар, баш­ҡорт теле диалекттар менән ифрат та бай. Улар туған телебеҙҙе тик матурлай ғына, шуға һәр береһен һаҡларға тейешбеҙ, тигән инаныуҙамын. Ауылдарыбыҙҙа милләттәштәребеҙҙең ошоғаса урындағы диалекттарҙы онотмауын фәҡәт яҡшыға ғына һанайым. Кемдеңдер «фәлән районда дөрөҫ һөйләшмәйҙәр», тип әйтеүе дөрөҫлөккә тап килеп етмәйҙер, минеңсә. Сөнки яҙғанда барыбыҙ ҙа берҙәм ҡабул ителгән әҙәби башҡорт телен ҡулланабыҙ бит.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ, хәрби хеҙмәт ветераны.
Сибай ҡалаһы.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас