-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
21 Февраль 2025, 13:30

Башҡорт теле

Боронғо ла, хәҙерге лә Башҡорт теле,

Башҡорт теле
Башҡорт теле

Донъялағы иң матур тел –

Башҡорт теле!

Башҡорт өндәренә оҡшаш

Ҡөръән өнө.

 

Башҡорт ере – телкәйемдең

Үҫкән ере,

Башҡа ерҙә үҫә алмай

Телем гөлө.

 

Башҡорт теле – Дәүләтемдең

Йәшәү гөлө!

Үҙ ерендә күкрәп үҫһен

Башҡорт теле!

 

Йәшәү гөлө тамырына

Һыу һибәйек,

Башҡорт телен бик ҡәҙерләп

Үҫтерәйек!

 

Уралдағы Тереһыуҙан

Һуғарылһын,

Башҡорт теле – мәңге шиңмәҫ

Бер гөл булһын!

 

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА-АЛТЫНБИКӘ.

Фото:  Рәмзиә Зарипова коллажы.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас