-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
27 Февраль 2025, 12:57

"Мөхит" тирмәһе эш башлай

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы "Һомай" этно-мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы менән берлектә "Мөхит" күсмә балалар тирмәһе проектын башлай. 1 — 2 мартта балаларҙы Планета сауҙа йортонда көтәләр.

"Мөхит" тирмәһе эш башлай
"Мөхит" тирмәһе эш башлай

"Мөхит" күсмә балалар тирмәһе  — башҡорт телен өйрәнгән балалар өсөн киңлек. Әлеге ваҡытта Өфөлә, Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында, башҡорт мөхите булған балалар өсөн үҙәктәр, мөйөштәр, киңлектәр бик әҙ. Ошо проблеманы күҙ уында тотоп башланды ла инде был проект.

Бәләкәй саҡтан үҙ халҡыңдың мәҙәниәтенә, теленә, тарихына йәлеп итеү балаларҙа илһөйәрлек, туған телде өйрәнеү теләге тәрбиәләргә ярҙам итәсәк. Тирмә бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөйәсәк, төрлө байрамдар, форумдар, фестивалдәр, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары буйлап башҡорт мөхитен булдырасаҡ.

"Мөхит" үҙ эсенә заманса дидактик һәм уҡытыу материалдарын индереүҙе ала, ә программаларға индерелгән уйын компоненттары балаларҙың танып белеүен әүҙемләштерәсәк һәм материалды үҙләштереүҙең һөҙөмтәлелеген көсәйтәсәк. Бындай атмосферала балалар мауыҡтырғыс формала, ә иң мөһиме  — заман шарттарында башҡорт телен өйрәнә аласаҡ.

Проект Башҡортостан Башлығы грантына Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Башҡорттеленүҫтереүфонды.

Автор:
Читайте нас