Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһының IX синыф уҡыусыһы Яҙгөл Хәйруллина уҙған уҡыу йылында «Урал батыр» эпосын яттан башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсында абсолют еңеүсе булды бит. Ә быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала туғыҙынсылар араһында еңеүсе исемен яуланы.
Яҙгөл Ишембай районы Кинйәкәй ауылынан икән. III синыфҡа ҡалаға күсәләр һәм ул башҡорт гимназияһында белем ала башлай. Башланғыс синыфтарҙа уҡығанда уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәтен ярата. Һуңғы ваҡытта тарих һәм урыҫ әҙәбиәте менән дә ныҡлап ҡыҙыҡһына.
– V синыфта башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусым Фаягөл Тимербай ҡыҙы телгә булған һөйөүемде күреп, олимпиада, конкурстарға әҙерләй башланы. Башта муниципаль кимәлдә генә ҡатнаштыҡ, шунан төбәк-ара этаптарға ла сыға башланыҡ. Мәҫәлән, уҙған йыл Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиаданың йомғаҡлау этабында III урын яулаһам, быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеүсе булыуға өлгәштем, – ти ул.
– Ғәҙәттә, V синыф уҡыусыларынан Мостай Кәримдең «Өс таған»ын тулыһынса уҡып сығыуҙарын талап итәм. Алтынсыла – Зәйнәб Биишеваның «Дуҫ булайыҡ» повесын. Етенселә иһә – халыҡ яҙыусыһының «Кәмһетелгәндәр» романын. Яҙгөл минең ошо талаптарҙы үтәй торғас, башҡорт әҙәбиәтенә ныҡлап ылыҡты. Улай ғына ла түгел, алтынсыла уҡ «Яҡтыға» трилогияһының өс китабын да уҡып сыҡты. Шул йылды яҡташ яҙыусыбыҙ Ноғман Мусин ижады буйынса фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнаштыҡ. Яҙгөл «Шунда ята батыр һөйәге» («Алдар батыр») романы буйынса бик ҙур эш яҙҙы һәм жюри ағзаларын үҙенең телмәре, етдилеге, фекерләү кимәле менән таң ҡалдырып, еңеүсе исеменә лайыҡ булды, – ти Фаягөл Тимербай ҡыҙы Әмирханова.
Яҙгөл бөтә фәндәрҙән дә яҡшы уҡый. Быйыл уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында 8 төрлө предметтан ҡатнашыуы ла ошоно иҫбатлай. Бәләкәйҙән кешеләр менән аралашырға яратҡан ҡыҙ гимназияла телестудия булдырылғас, ҙур теләк менән шунда яҙыла. Хәҙер «Йәйғор» телестудияһы дикторы. «Үҙемде журналист итеп тойоу күңелемә ҙур кинәнес бирә», – ти ҡыуанып. Әлеге ваҡытта үҙен актриса ролендә лә һынап ҡарай ул: Ишембай мәҙәниәт һарайында эшләгән Башҡорт халыҡ театрына саҡырыу алғас, күптәнге хыялы тормошҡа ашыуына ҡыуанып риза була.
Яҙгөлдән нисек халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы «Урал батыр»ҙы ятлауы тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.
– Йәш сәсәндәр конкурсында VII синыфта ғына ҡатнаша башланым. Төбәк этабына 1 мең 100 юл ятлаһам, сәмләнеп китеп, йомғаҡлау этабына эпосты тулыһынса үҙләштерҙем. Йәйге каникул ваҡытында ике ай дауамында көн һайын йөҙәр юл ятланым. Шулай уҡ думбырала, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәндем. Уҡытыусым менән эпостың һәр геройын ентекләп тикшерҙек, уларға ғына хас тауыш, хәрәкәттәр ҡуйҙыҡ. Еңел булманы, әлбиттә. Әммә тырышыуым бушҡа китмәне: 2023 йылда II урын яулаһам, былтыр абсолют еңеүсе булдым! – ти ул.
– Афарин! Белеүебеҙсә, һин башҡорт теле һәм әҙәбиәте менән бәйле башҡа сараларҙа ла әүҙем ҡатнашаһың…
– Эйе, Ноғман Мусин, Кейекбаев уҡыуҙарында, «Йәш журналист», «Мин – китап уҡыусы», «Башҡорт яҙыусыларының ғаилә культына индергән өлөшө» кеүек конкурстарҙа ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп торам. Бер еңеү ҙә еңел бирелмәй инде. Бының өсөн ҙур тырышлыҡ кәрәк. Ваҡытыңды дөрөҫ бүлергә – эшләргә лә, ял итергә лә белергә кәрәк.
Туған гимназияһын, һәр дәресте фәһемле итеп үткәргән уҡытыусыларын бик ярата Яҙгөл. Дүшәмбе һайын уҙған линейкаларҙа алып барыусы була. Ә буш ваҡыттарында китап уҡырға әүәҫ. «Урыҫса һәм башҡортса алмашлап уҡырға тырышам, сөнки был минең телмәремә ыңғай йоғонто яһай», – ти. Шулай уҡ һүрәт төшөрөү ҙә күңеленә яҡын икән.
– Саф һауала уйланып, фекерҙәремде тәртипкә һалып йөрөү һәләк оҡшай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туған телдә һөйләшкән балалар һаны йылдан-йыл күҙ алдында кәмей. Бик ҡыҙғаныс хәл... Быға юл ҡуймаҫ өсөн, тәү сиратта, мин ғаиләлә аралашыу башҡорт телендә булырға тейеш, тип уйлайым. Бары тик шул ваҡытта ғына туған телгә һөйөү тойғоһо ярала. Заманса башҡортса йырҙар, фильмдар ҙа хәҙерге йәштәрҙе мауыҡтыра ала тигән фекерҙәмен, – тип үҙен борсоған уйҙар менән дә уртаҡлашты Ишембай ҡыҙы.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.