"Матбуғат-2025" төбәк-ара милли матбуғат фестивале беренсе тапҡыр уҙғарылды. Идея авторы – “Алтын ҡурай” ойошмаһы. Башҡортостандан ҙур делегация барҙы: беҙҙәге гәзит-журналдарҙың баш мөхәррирҙәре, урынбаҫарҙары, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте хеҙмәткәрҙәре, БСТ журналистары...
Осрашыу Силәбе ҡалаһындағы 15-се Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт-татар китапханаһында башланды. Унда "Башҡортостан", "Йәшлек", "Йәншишмә" гәзиттәре, "Ағиҙел","Ватандаш", "Башҡортостан ҡыҙы", "Аманат", "Шоңҡар", "Аҡбуҙат" журналдары хаҡында һүҙ барҙы.
Силәбе өлкәһе башҡорттары өсөн "Уралым" атамалы гәзит сыға. Фестивалдә ике редакция – “Уралым” һәм “Башҡортостан” килешеү төҙөнө. Йәнә өлкәнең бер нисә районы башҡорт матбуғат баҫмаларына “Башҡорт Ҡоролтайы” ойошмаһы тарафынан сертификаттар менән бүләкләнде.
Һуңынан Матбуғат йорто хеҙмәткәрҙәре ҡалалағы һәйкәлгә сәскәләр һалды, мәктәп уҡыусылары менән осрашты. Фестиваль һөҙөмтәле үтте. Иң мөһиме – дуҫтарыбыҙ артһын, Силәбе башҡорттары үҙ гәзит-журналдарын уҡый алһын!