-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
24 Апрель 2025, 10:10

Диктант яҙабыҙ

Акция 11-се тапҡыр үтәсәк.

Диктант яҙабыҙ
Диктант яҙабыҙ

Диктант яҙыу 26 апрель көнө була. БСТ каналында тура эфирҙа күрһәтелә. Башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр, уны яҡшы белеүселәр һәм көньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр айырым текстар яҙасаҡ. Тема: Ватанды һаҡлаусылар йылы, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы.

Ғәҙәттәгесә, төрлө майҙансыҡтарҙа яҙырға була. Өфөлә, мәҫәлән, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында, Башҡортостандың Милли музейында, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Өфө күп профилле һөнәри колледжында, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығында. Бының өсөн 10 апрелдән 25 апрелгә тиклем bashdictant.ru сайтында теркәлергә кәрәк.

Ә өйҙән яҙыусылар t.me/bash_dictant_bot телеграм-ботына йәки bashdictant2025@yandex.ru электрон почтаһына эштәрен тикшереүгә ебәрә. Һөҙөмтәләр бер ай эсендә буласаҡ.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас