-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
27 Апрель 2025, 16:20

Студенттар кампусында яҙҙыҡ

Башҡорт теленән диктант халыҡ-ара акцияһының бер оффлайн майҙансығы быйыл Өфөләге вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә булды.

Унда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһының Шайморатов һәм Курчатов исемендәге синыфтарында уҡыусылар, педагогтар, студенттар, мәғариф министрлығы хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованың "Онотмаҫҡа!" тигән тексын шағирә, "Аҡбуҙат" журналы редакторы Лариса Абдуллина уҡыны. 

- Мин Рәми Ғарипов исемендәге гимназияның VII синыфында белем алам. Үҙем - Белорет районы Абҙаҡ ауылынан. Студенттар кампусында диктант яҙыу бик оҡшаны, бер юлы заманса белем йорто менән дә таныштыҡ. Текст минең өсөн ауыр булманы. Яратҡан дәрестәрем - башҡорт теле, математика, - ти Раушания Шакирова.

Башҡорт теленән диктантты 28 апрелгә тиклем яҙырға мөмкин. Был халыҡ-ара акция туған телебеҙҙе популярлаштырырға, үҙеңдең белем кимәлен баһаларға ярҙам итә. 

АВТОР фотолары.

 

Студенттар кампусында яҙҙыҡ
Студенттар кампусында яҙҙыҡ
Студенттар кампусында яҙҙыҡ
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас