«Уҡытыусым Әлмира Фәнис ҡыҙы Ғимазова – миңә бар яҡлап та үрнәк. Уның мөләйем ҡа рашы, матур йырлауы, яғымлылығы, ихласлығы, күпте белеүе һоҡландыра», – ти Рузанна. Был уҡыу йылында Рузанна районда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала еңеп, төбәкара этабында ла иң-иңе була. Белемен һынау менән бер рәттән яңы дуҫтар табып, онотолмаҫ тәьҫораттар менән ҡайта.
Шулай уҡ яҡташыбыҙ, шағир Ринат Хәйриҙең тыуыуына 75 йыл тулыуға бағышланған район конкурсында I урын ала. Күптән түгел ошо бәйгегә ебәргән был шиғыры «Йәншишмә» биттәрендә баҫылып сыҡҡас, ҡыҙ ныҡ шатлана. Төрлө темаларға инша, ғилми-тикшеренеү эштәре бәйгеләрендә күп тапҡырҙар еңеүсе, призёр булған был алсаҡ ҡыҙыҡай менән әңгәмәләшеү минең өсөн бик еңел булды. Үҙенең тормошҡа ҡарашы, төплө фекере менән һоҡландырҙы. Рузанна өсөн дуҫлыҡ – мәңгелек төшөнсә. Иң яҡын, бөтә серҙәрен бүлешә торған Йондоҙ исемле әхирәтен сабыр, кешелекле, ғәҙел булғанғаны өсөн хөрмәт итә.
– Ғаиләм – минең ҡәлғәм. Берҙән-бер бала булыуыма ҡарамаҫтан, атай-әсәйем мине иркә ҡыҙыҡай итеп тәрбиәләмәй, эшкә өйрәтеп үҫтерәләр, шуға ҙур рәхмәт лемен. Улар менән бик ғорурланам, – ти ул. Әйткәндәй, атаһы – уҡытыусы, күп йыл дар балаларҙы математика серҙәренә төшөндөрә. Әсәһе балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй. Киске аш ваҡытында ғаилә менән бергә йыйылып, көн дауамында эшләнгән эштәр тураһында һөйләшеү – Вәлиевтәрҙең күркәм ғәҙәте.
Рузанна киләсәктә табип булырға уйлай. «Табип – кешеләрҙең тәнен генә түгел, йәнен дә дауалаусы, – ти ул. – Ни өсөн тигәндә, был һөнәр эйәһе төрлө ҡатлам кешеләре менән аралаша, теле менән дә дауалай белергә тейеш. Ғөмүмән, ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла, һәр кем туған телен онотмаһын ине. Тиҫтерҙәремә әйтер һүҙем шул: үҙ телебеҙҙә аралашығыҙ, уны яратығыҙ, өйрәнегеҙ. Республикабыҙға исем биргән телебеҙ бар, ғорурланып башҡортса һөйләшәйек!»
Бына шундай ул Рузанна.
Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА.
Илеш районы.