-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
15 Декабрь 2025, 16:20

Беҙҙең иң ғәзиз телебеҙ!

Ауырғазы районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡорт теле көнөнә арналған матур кисә уҙҙы.

Беҙҙең иң ғәзиз телебеҙ!
Беҙҙең иң ғәзиз телебеҙ!

Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар: Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Айнур Үтәев, Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фоат Ғибәҙуллин, Түрһәгәҙе ауылы аҡһаҡалы Ҡәнзәфәр Ғәлиев, район гәзите журналисы Рәүилә Бардыбаева ҡатнашты.

Айнур Фәнис улы туған телдең әһәмиәте тураһында һөйләне, уҡыусыларға ҡыҙыҡлы һорауҙар бирҙе. Яуаптарын белгәндәргә, бәләкәй бүләктәр ҙә әҙерләгәйне.

Фоат Әхмәт улы башҡорт телен ҡәҙерләргә, һаҡларға, килер быуындарға изге аманат итеп тапшырырға саҡырҙы.

Ҡәнзәфәр Ғәлиев өс төрлө музыка ҡоралында уйнап күрһәтте. Һәр көйҙө башҡарыр алдынан, уның тарихы менән таныштырып китте. Шишмәләр сылтырауы, ҡоштар тауышы, аттар сабыуы, бөркөттәр саңҡылдауын ишетергә мөмкин ине. Ул уҡыусыларҙы туған телде яратырға, тарихты онотмаҫҡа өндәне.

Кисәне Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының уҡыусылары ла биҙәне.Улар башҡорт теле тураһында шиғырҙар һөйләне, матур йырҙар йырланы. Өлгөлө «Дуҫлыҡ» ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе — Ғайсин Ф.С.) моңло ҡурай моңдары бүләк итте.

Һәр милләт өсөн туған теле —иң яҡын, иң ғәзиз тел.

Туған телебеҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булып, уны һәр ваҡыт иҫтә тотоп, һөйләшеп, уның сафлығы, матурлығы өсөн көс һалайыҡ, дуҫтар!

Ошондай йөкмәткеле кисә ойошторғандары өсөн музей хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

 

 

Айгөл ҺАТЛЫҠОВА,

башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Беҙҙең иң ғәзиз телебеҙ!
Беҙҙең иң ғәзиз телебеҙ!
Беҙҙең иң ғәзиз телебеҙ!
Беҙҙең иң ғәзиз телебеҙ!
Беҙҙең иң ғәзиз телебеҙ!
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас