-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

«Күңелдәрҙе беҙҙең туған иткән, Милләт иткән телем башҡортто»

Баш ҡалабыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы үтте.

«Күңелдәрҙе беҙҙең туған иткән,  Милләт иткән телем башҡортто»
«Күңелдәрҙе беҙҙең туған иткән, Милләт иткән телем башҡортто»

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы быйыл ҡырҡынсы тапҡыр үткәрелде. Йәш быуында туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләргә, башҡорт теленең мәртәбәһен күтәрергә, тәрән белемле, һәләтле, илһөйәр, телһөйәр уҡыусыларҙы асырға ярҙам иткән бәйгелә Башҡортостандың район-ҡалаларынан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар өлкәләренән IX– XI синыфтарҙа уҡыған 372 уҡыусы ҡатнашты. Уны, йылдағыса, республикабыҙҙың Мәғариф министрлығы, мәғариф буйынса ресурс үҙәге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия, Өфө фән һәм технологиялар университеттары менән бергә ойошторҙо.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың йыл һайын Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы бинаһында уҙғарылыуы ла оло мәғәнәгә эйә. Тап ошо белем усағы милли кадрҙар әҙерләүсе белем биреү учреждениеһы һанала, ул республикабыҙға бик күп бөйөк шәхестәр биргән. Олимпиаданың шундай милли рух менән һуғарылған кабинеттарҙа үткәрелеүе ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе ҡанатландырып, еңеүгә дәртләндерҙе.
Быйылғы һынауҙар, һәр йылдағыса, линияларға бүлеп ойошторолдо. Тәүгеһендә – милли мәктәптәр, башҡорт гимназия-лицейҙары араһында башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр, икенсеһендә – урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыусылар, ә өсөнсөһөндә башҡорт телен, дәүләт теле булараҡ, башлап өйрәнеүселәр һәм дауам итеүселәр белемен тикшерҙе. Бүленгән йүнәлешкә ҡарап, эштәр ҙә төрлөсә бирелде: уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, текст буйынса телдән эш башҡарҙы, лексик-грамматик эштәрҙе үтәне, жюри ағзалары менән әңгәмә ҡорҙо.
Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәгенең директоры Ләйсән Аҙнабаева әйтеүенсә, йылдан-йыл олимпиадала ҡатнашыусыларҙың һаны арта, белем кимәле күтәрелә бара. Былтыр муниципаль этапта 3200 бала көсөн һынаһа, быйыл уларҙың һаны 4400-гә еткән. Ләйсән Хәсән ҡыҙы уҡыусыларҙың бик теләп ҡатнашыуын, йыл башынан уҡ әҙерләнә башлауҙарын да белдерҙе.
Әйткәндәй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада 2019 йылдан Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының олимпиадалар һәм башҡа интеллектуаль, ижади конкурстар, саралар исемлегенә индерелгән. Был иһә еңеүселәргә ҙур мөмкинлектәр аса. Улар Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтөнлөк менән файҙалана, 10 балл өҫтәлә, етмәһә, өҫтәлмә стипендия ла алып уҡый.   Һынауҙар тәүге көндө уҙғарылһа, иртәгеһенә Өфөнөң балалар филармонияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһын ябыу тантанаһы үтте. Иң тәүҙә Өфө һәм фән технологиялар, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеттары, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, «Йәншишмә» гәзите, «Аманат», «Аҡбуҙат» журналдары яҡшы һөҙөмтә күрһәткән уҡыусыларҙы махсус приздар менән бүләкләһә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты күрше өлкәләрҙән килеүсе уҡыусыларҙы бүләктәр менән ҡыуандырҙы. "Йәншишмә" гәзитенең яуаплы сәркәтибе Лилиә Фазлетдинова радакцияның бүләктәрен Асҡын районы Асҡындағы 2-се мәктәптән Ләлә Шәрәфетдиноваға,

Ҡырмыҫҡалы районының Сахай мәктәбенән Камилә Хәмиҙуллинаға, Әбйәлил районы Асҡар ауылынан Ләйсән Рәхмәтуллинаға тапшырҙы.

Һуңынан призёрҙар, еңеүселәр иғлан ителде. I урын алыусыларға Башҡортостан Мәғариф министрлығының дипломы һәм 6 мең күләмендә аҡсалата премия тапшырылды.
Еңеү яулаған һәм призлы урын алған балаларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә телебеҙҙең һаҡсылары булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ   Һүҙ – еңеүселәргә
Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан еңеү яулаған Тамсы Үтәбаева Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбен ҡыҙыл аттестатҡа тамамлаған, ҡылҡумыҙ буйынса республика, Рәсәй конкурстары еңеүсеһе һәм призёры, Зәйнәб Биишева уҡыуҙарында ла призлы урын яулаған. Етмәһә, Өфө ҡалаһы мэрының стипендиаты ла, гимназияның «Дуҫлыҡ» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм «Гүзәл денс» халыҡ хореография коллективы менән бергә күп конкурс-фестивалдәр еңеүсеһе лә үҙе.
– Башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа V синыфтан ҡатнаша башланым. Халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен яҡшы белеүем, йыл һайын «Йәйләү» лагерына йөрөүем миңә еңеү яуларға ярҙам итте. I урын алыуыма бик шатмын. Олимпиада бик яҡшы ойошторолдо. Эштәр ауыр булманы, миңә бигерәк тә уҡылған әҫәрҙе анализлау оҡшаны. Ошо олимпиадаға әҙерләнеү ваҡытында башҡорт теленән Берҙәм дәүләт имтиханын бирергә ҡарар иттем, – ти ҡыҙ. Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбенән Айгөл Рәхимова:
– Донъялағы иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбаба ауылында тыуғанғамы, әллә Жәлил Кейекбаев исемендәге мәктәптә уҡығанғамы икән, миңә бәхет йылмайҙы – ошо бөйөк еңеүемә алып килде. Ысынлап та, ауылыбыҙҙан, Ғафури районынан башҡорт телен, әҙәбиәтен яратыусы бик күп шәхестәр сыҡҡан. Беҙ, уларҙың өлгөһөндә тәрбиәләнгән быуын, телебеҙҙе, илебеҙҙе яратып үҫәбеҙ.
Башҡорт рухы минең ғаиләмдән килә, атай-әсәйемә, оло еңеүгә алып килеүсе уҡытыусыларыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Киләсәктә лә башҡорт телен яратырға, уны һаҡларға, үҫтерергә үҙемдең дә өлөшөмдө индерәсәкмен.
Хәйбулла районының Аҡъярҙағы 2-се мәктәбенән Динә Әлибаева өсөнсө йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһында көсөн һынай. Тәүге ике йылда призёр булһа, быйыл еңеүсе исемен яуланы.
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһы кеүек саралар беҙҙе ижади яҡтан үҫтерә, үҙ фекерҙәребеҙҙе иркен һәм матур итеп белдерергә өйрәтә. Ул туған телебеҙҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята, үҙ телебеҙҙә ғорурланып, ҡурҡмай-өркмәй иркен һөйләшергә ярҙам итә. Бында мин үҙемә яҡын дуҫтар ҙа таптым.   Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.

«Күңелдәрҙе беҙҙең туған иткән,  Милләт иткән телем башҡортто»
«Күңелдәрҙе беҙҙең туған иткән,  Милләт иткән телем башҡортто»
«Күңелдәрҙе беҙҙең туған иткән,  Милләт иткән телем башҡортто»
«Күңелдәрҙе беҙҙең туған иткән,  Милләт иткән телем башҡортто»
«Күңелдәрҙе беҙҙең туған иткән,  Милләт иткән телем башҡортто»
«Күңелдәрҙе беҙҙең туған иткән,  Милләт иткән телем башҡортто»
«Күңелдәрҙе беҙҙең туған иткән,  Милләт иткән телем башҡортто»
«Күңелдәрҙе беҙҙең туған иткән, Милләт иткән телем башҡортто»
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас