Уны «Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир» тигән дәрес менән башлап ебәрҙек. IX синыф уҡыусылары Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы менән танышты, документаль фильмдан өҙөктәр ҡараны. Алина Нурҡаева, Айҙар Әхмәтйәновтар мәғрифәтсенең шиғырҙарын тасуири уҡып ишеттерҙе. «Башҡорт халыҡ йырҙарында– халыҡ тарихы» тигән дәрескә мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырҙыҡ. VII синыф уҡыусыларына «Ағинәй» ойошмаһы етәксеһе, мәғариф ветераны Ғәлимә Мансур ҡыҙы Ғәлиева башҡорт халҡы ның «Шәүрә килен», «Бейеш», «Сыбай ҡашҡа», «Таштуғай» йырҙарының тарихын һөйләне, ә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бик күп конкурстар лауреаты, «Ағинәй» ойошмаһының әүҙем ағзаһы Рәсидә Мәрһәметдин ҡыҙы Мостафина йырлап күрһәтте. Рәсәй Федерацияһы мәғариф алдынғыһы, педагогик хеҙмәт ветераны, шағирә, билдәле йырҙар авторы Фәнә Әнүәр ҡыҙы Минһажева менән «Мин яратам һине, тормош!» тигән осрашыу балалар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, тип уйлайым. Ҡәҙерле ҡунағыбыҙ үҙенең бала сағы, тормош юлы тураһында һөйләне, шиғырҙарын уҡыны.
Яҡташтарыбыҙ Алмаз менән Айҙар Юнысовтар баш ҡар ған «Келт итә лә келт итә» йырының да авторы бит Фәнә апай. Уны күмәкләп йырлап алдыҡ. Шулай уҡ VII синыф уҡыусыһы Айзат Зәкәриевтең гармунда уйнауы, Вадим Вәлкәевтең моңло йыры, дүртенселәрҙең татар, өсөнсөләрҙең батмус бейеүҙәре кисәгә йәм өҫтәне. Осрашыу иҫтәлеге итеп бүләк тапшырҙыҡ, бергәләп фотоға төштөк. Алтынсылар «Башҡорт телендә һөйләшәм» тигән квиз уйынында үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте. Әҙилә Фәррәхова, Рафаэль Ғөбәйҙуллин, Арина Ғибәҙуллина, Эльвина Камаловалар иң-иңдәре булды. Республика кимәлендә иғлан ителгән «Башҡорт телен белеү өсөн 1001 кәңәш», «Мәҡәлдәр ҙә – халыҡ аҡылы» тигән акцияларҙа уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр, уҡыусылар әүҙем ҡатнашты.
VII синыф уҡыусылары Айзат Зәкәриев, Гүзәл Шәйхуллина, һигеҙенсенән Ирина Хөрмәтул лина менән «Мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ» тигән флешмоб төшөрҙөк. Унда директор, уҡытыусылар, уҡыусылар, атай-әсәйҙәр, лицей хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. «Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле» тигән радиотапшырыуҙы бергәләп тыңланыҡ. Уның аша башҡорт теле тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныш тыҡ.
IV халыҡ-ара «Аҡмулла уҡыуҙары» конкурсында уҡыусым Эльвина Камалова менән ҡатнашып, уның II дәрәжә лауреат булыуы минең өсөн, бөтә лицей өсөн ҙур шатлыҡ булды. Шулай уҡ аҙна дауамында башҡорт телендә фильмдар ҡараныҡ, балалар менән йырҙар өйрәндек, төрлө гәзит-журнал уҡыныҡ. Лицейыбыҙҙа телебеҙҙе яратҡан, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүсе илһөйәр, телһөйәр уҡыусыларым булыуына ифрат шатмын.
Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Илеш районы,
Түбәнге Йәркәй лицейы.