-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортса яҙғанымды мәрйә килен тикшерә торғайны

Анна килендең башҡорт теленә бәйле бер нисә мәҙәк хәлен һөйләгәнен дә хәтерләйем. Уның Володя һәм Леонид исемле ике ағаһы бар. Володя Совет Армияһы сафына хәрби хеҙмәткә алынғас, бер аҙҙан һеңлекәшенә былай тип хат яҙған икән: «…Службаға ҡалаға килеп эләктем. Башҡорттарҙан мин бында бер үҙем генә…» Шул турала йыш ҡына һөйләшеп, көлөшөп алабыҙ.

Башҡортса яҙғанымды мәрйә килен тикшерә торғайны
Башҡортса яҙғанымды мәрйә килен тикшерә торғайны

Хәҙерге көндә төрлө гәзит-журналдарға йыш ҡына мәҡәләләр яҙып торһам да, минең төп һөнәрем хәрби табип икәнлеген күптәр беләлер. Киң матбуғат сараларында баҫылып сығырға тейешле әйберҙәрҙә һүҙҙәрҙең, һөйләмдәрҙең дөрөҫ итеп яҙылыуының, төҙөлөүенең, кәрәкле һүҙҙәрҙе тейешле урындарға ҡуя белеүҙең ифрат мөһим икәнлеге лә һәр кемгә мәғлүм. Ебәрелгән хата-маталар, әлбиттә, мәхәррирҙәр тарафынан төҙәтелә инде, әммә етешһеҙлектәр тулы мәҡәләне редакцияға ебәреү килешеп етмәй...
Яҙыша башлағанда (ҡырҡ биш йәштәр тирәһендә) тел өлкәһендәге белемем мәктәп программаһы буйынса үткән кимәлдә ине. Сирек быуат хәрби хеҙмәттә йөрөүемде лә иҫәпкә алып, баштараҡ яҙған хикәйә-мәҡәләләремде тел белгесенән уҡытып, төҙәттереп алыуҙы хәйерлерәк тип һананым. Минең яҙғандарымды (әлбиттә, башҡортса) тәүҙәрәк Анна Ивановна Гребнева уҡый торғайны. Быға, бәлки, күптәр ғәжәпләнеүе лә бар. Беҙгә килен тейеш кеше ул. Тәфтизән исемле бер туған ҡәйнешемдең ҡатыны. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.
Бына шул мәрйә киленебеҙ Аня һәм уның туғандары хаҡында һүҙем. Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән Гребневтар ғаиләһенән ул. Милләте урыҫ булыуына ҡарамаҫтан, бала саҡтарынан башҡорттар араһында йәшәп, башҡорт рухында тәрбиәләнеп үҫкән. Уларҙың туғандары (ҡоҙалар) менән Ҡөрьән уҡыу мәжлестәрендә лә бергә булғылайбыҙ. Баштараҡ Баймаҡтан килгән ҡоҙаларҙың да «бәғзе бер башҡортоңдо һатып ебәрерлек» итеп беҙҙең телдә һөйләшеүҙәренә ғәжәпләнеп бөтә алмай инем. «Бына, ҡоҙалар, тыңлағыҙ әле, Алла бойорһа…» – тип һүҙ башлап ебәреүҙәре генә үҙе ни тора! Һүҙ араларында: «Эй, Аллам!» – тип тә әйткәндәрен ишетергә була. Беҙҙән күрмәксе, ирҙәре түбәтәй кейеп, ҡатын-ҡыҙҙарының яулыҡ ябынып ултырыу­ҙары ла күңелгә ята. Доға ҡылғандан һуң, беҙҙең һымаҡ, бит һыйпауҙары ла күп нәмәгә ишара. Гребневтарҙың үҙебеҙгә булған ана шундай мөнәсәбәтен мин шәхсән уларҙың бөтә баш­ҡорт халҡына, теленә һәм ғөрөф-ғәҙәтенә ихтирамы тип ҡабул итәм.
Анна килендең башҡорт теленә бәйле бер нисә мәҙәк хәлен һөйләгәнен дә хәтерләйем. Уның Володя һәм Леонид исемле ике ағаһы бар. Володя Совет Армияһы сафына хәрби хеҙмәткә алынғас, бер аҙҙан һеңлекәшенә былай тип хат яҙған икән: «…Службаға ҡалаға килеп эләктем. Башҡорттарҙан мин бында бер үҙем генә…» Шул турала йыш ҡына һөйләшеп, көлөшөп алабыҙ. Баймаҡтан машинаһы менән ауылына ҡайтып бар­ғанда Леонид Иванович менән дә бер ҡыҙыҡ хәл булған. Юлда ике ҡатын ҡул күтәреп торғас, Лёня (Анна килен уны шулай тип атай) уларҙы бер ауылға тиклем ултыртып алып барған. Оло ғына йәштәрҙәге әлеге ике апай юлда рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеп килә икән. «Был урыҫ беҙҙән юл хаҡына күпме аҡса алыр икән?» – тип тә борсолғандар. Тәғәйен ауылға барып еткәс: «Килеп еттек, апайҙар. Аҡсағыҙ ҙа, бер нәмәгеҙ ҙә кәрәкмәй», – тип саф баш­ҡортса әйтелгән һүҙҙәрҙе «ҫап-ҫары урыҫ»тан ишеткән был ике ҡатын албырғап ҡалған. «Уй, ҡалай оят булды, башҡортса белә лә баһа», – тип көлөшә-көлөшә төшөп ҡалғандар, имеш…
Ҡасандыр бер мәл Леонид ҡоҙабыҙ «әре ҡорт» тигән һүҙҙең мәғәнәһен дә миңә бик яҡшы ғына итеп төшөндөрөп биргәне хәтеремдә. Йәй буйына бер ни ҙә эшләмәй, йәғни бал йыймай, тик ашап ҡынап йөрөгән ата бал ҡорттарының ана шулай тип аталғанын да белмәй йөрөгәнмен мин үҙем дә. Ялҡау кеше хаҡында «әреғорт» тиеүҙәрен генә ишеткән инем дә ул…
Гөлсөм исемле уңған башҡорт ҡыҙын кәләш итеп алып, татыу ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, байтаҡ йылдар Икенсе Этҡол ауылында ғүмер итә Леонид ҡоҙа. Ныҡ ҡартайған, урынынан ҡуҙғала алмай ятҡан сирле әсәһен – Анас­тасия әбейҙе лә һуңғы көнөнәсә эшһөйәр ҡатыны менән ҡәҙерләп ҡаранылар.
Ә Анна киленебеҙ Тәфтизән ҡәйнеш менән биш бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Барыһы ла башҡорт телендә генә һөйләшә, баш­ҡорт мәктәптәрендә уҡыны. Ғәзиздәренә, кемдер әйтмешләй, «нейтральный» ҙа түгел, ә саф башҡорт исемдәрен биргәндәр. Малайҙары – Фиҙан, Даян, Раян, ә ҡыҙҙары – Ләйсән һәм Әминә. Уңған мәрйә килен башҡортсалап бишбармаҡты ла телеңде йоторлоҡ итеп бешерә. Күптән түгел уның үҙе менән дә башҡорт теленә ҡағылышлы бер ҡыҙыҡ хәл булған икән. Йөҙгә лә «нас­тоящий мәрйә» булған һары сәсле, зәңгәр күҙле Анна киленебеҙ «Әсәлек даны» миҙалы алыр­ға Өфө ҡалаһына барған. Унда телевидениенан бер хәбәрсе урыҫ телендә һәр төрлө һорауҙар яуҙырырға тотонған. Киленебеҙ ҙә, әлбиттә, уға урыҫса ғына яуап бирә. Тормош-көнкүреш, йорт хужалығы хаҡында ла һораша икән хәбәрсе. «Хужалығығыҙҙа ниндәй мал-тыуарығыҙ бар?» тигән һорауға яуап бирә генә башлағайным, тулҡынланыуҙан «эре мөгөҙлө мал» тигән һүҙҙең урыҫсаһын оноттом да ҡуйҙым», – тип көлдөрҙө бер мәл беҙҙең Анна Ивановнабыҙ.
Күп милләтле республикабыҙҙа бына ошондай хәлдәр ҙә булғылап тора. Ата-әсәһе «сеп-сей» башҡорт булып, хатта Башҡортостанда йәшәп тә, балалары һөйләшеү генә лә түгел, ә бөтөнләйгә туған телен аңламаған ғаиләләр ҙә бар. Шуға ла күптәр өсөн фәһем булырлыҡ кешеләр хаҡында яҙмай булдыра алманым.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ, хәрби табип.
Сибай ҡалаһы.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас