-10 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Гөлназ Ҡотлоеваның дәресе - иң яҡшыһы

Мәскәүҙә туған тел уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресе конкурсында илебеҙ төбәктәренән 30 педагог ҡатнашҡан. Башҡортостан исеменән Стәрлетамаҡтағы "Умка" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлназ Ҡотлоева ҡатнашып, иң яҡшы бишәү исемлегенә ингән.

Гөлназ Ҡотлоеваның дәресе - иң яҡшыһы
Гөлназ Ҡотлоеваның дәресе - иң яҡшыһы

Ул тәүге этапта мәктәпкәсә йәштәгеләргә белем биреүҙә заманса алымдар ҡулланыуын күрһәтһә, икенсеһендә башҡорт милли кейеме менән таныштырған. Гөлназ Ҡотлоева еңеүсе дипломы һәм Рәсәй Фәндәр Академияһы Тел ғилеме институтының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Афарин!

Фото: vk.com. 

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас