Һәм бына 1991 йылдан алып «Йәншишмә» исеме менән баҫыла башланы. 12 февралдә бай тарихлы балалар гәзите 96 йәшен билдәләне. Йәншишмә – тимәк, үҙе тере шишмә, йәнебеҙгә йән һәм рух бүлеүсе, рухи зауығыбыҙҙы үҫтереүсе, һыуһындарыбыҙҙы ҡандырыусы шишмә – Йәншишмә ул! Икенсе яҡтан, был исем ябай ғына ла түгел: уның тарихи мәғәнәһе халҡыбыҙҙың бөйөк ҡобайыры – үлемһеҙ «Урал батыр» эпосына туранан-тура барып тоташа. Ер йөҙөндә кеше мәңге йәшәһен өсөн, тыуған еребеҙҙә тәбиғәт мәңге йәш, үлемһеҙ булһын өсөн Урал батыр Йәншишмәнән уртлап алған тере һыуҙы үҙе эсмәй, ә тирә-яғына бөркә. Шул Йәншишмә һыуының шифаһы барлыҡ тәбиғәтте, йәнлектәр донъяһын үлемдән ҡотҡарып ҡала. Бына нимә ул Йәншишмә! Һеҙҙең, ҡәҙерле балалар, ошо сихри көскә эйә гәзитебеҙҙән ҡеүәт һәм илһам алып уҡыуығыҙ, йәшәүегеҙ һәм ижад менән шөғөлләнеүегеҙ башҡорт халҡының мәшһүр Урал батыр ҡалдырған аманатҡа тоғро булыуығыҙҙы йәнә бер тапҡыр раҫлай. «Йәншишмә»гә тоғро булыу, тимәк, Урал батырыбыҙға ла тоғро ҡалыуҙы ла аңлата бит. Бына шуға күрә лә һеҙ, минең бәләкәс дуҫтарым, үҙегеҙҙең бала сағығыҙҙың иң сағыу мәле иҫтәлекле һәм онотолмаҫ булып ҡалһын тиһәгеҙ, «Йәншишмә»нән айырылмағыҙ! Шунда ғына беҙҙең гәзитебеҙ мәңге йәшәр, ҡоромаҫ, беҙҙең иң яратып уҡыған баҫмабыҙ булыр әле. Башҡорт телебеҙ йәшәгәндә ул әллә күпме йылдар-быуаттар буйы һәр йәш быуын балаларҙың йән дуҫы булып ҡалыр. «Йәншишмә» мәңге тере булһын! Тыуған көнөң менән!
Ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Фото: З. ХӘКИМОВА.