Дәрестә үҙ туған телемдә башҡорт телендә ҡыҙыҡлы, мәғлүмәтле күнегеүҙәр эшләйбеҙ. Бигерәк тә яттан яҙыу эше миңә оҡшай. Уҡытыусыбыҙ Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова ошондай күнегеүҙәр хәтерҙе үҫтереүгә ифрат та яҡшы, ти. Бер-беребеҙ менән ярышып шиғырҙар ятлайбыҙ, хикәйәләр, әкиәттәр ҙә ижад итәбеҙ дәрестә. Иң уңышлы килеп сыҡҡандарын уҡытыусыбыҙ яратып уҡыған “Йәншишмә” гәзитенә, “Аманат” журналына ебәрә. Әлбиттә, гәзит-журналдарҙы көтөп алабыҙ, мауығып уҡыйбыҙ.
Дәрестә бирелгән өйгә эштәрҙе ағайым Алмаз менән эшләйбеҙ. Ял көндәрендә интернаттан ауылға ҡайтҡас атайым, йә әсәйем менән эшләйбеҙ. Туғандарым да башҡортса тәтелдәп һөйләшеп телдәре асылды. Уларҙы ла матур итеп саф башҡортса һөйләшергә өйрәтәбеҙ. Туған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү үҙебеҙҙең ҡулда.
Аяз Шәмсетдинов, IV синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.