Дәрестә шиғырҙар ятлайбыҙ, яңы һүҙҙәр өйрәнәбеҙ. Киләсәктә матур итеп башҡортса һөйләшергә лә өйрәнермен, тип уйлайым. Сөнки беҙгә Әлфиә Рәүеф ҡыҙы төплө белем бирә, ә уның дәрестәре ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтә.
Әлфиә Рәүеф ҡыҙы Ғәзизова – “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, республика киләмендә еңеү яулаған педагог. Мине лә быйыл башҡорт теленән олимпиадаға әҙерләне. Калинин районы буйынса I урын яуланым. Рәхмәт уға!
Беҙҙең телебеҙ – иң матуры. Йырҙарыбыҙ моңло. Өйҙә лә башҡортса һөйләшәбеҙ. Мәңге йәшәһен беҙҙең туған телебеҙ!
Нәркәс ВӘХИТОВА,
VII синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.