-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт телемде яратам

Башҡорт теле дәресен бик яратам. Башҡорт теле - минең туған телем. Был тел миңә әсә һөтө менән бирелгән.

Башҡорт телемде яратам
Башҡорт телемде яратам

Уҡытыусыбыҙ Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы дәрестәрҙе бик ҡыҙыҡлы итеп алып бара, мин һәр теманы иғтибар менән өйрәнергә тырышам. Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең әйтелешен, яҙылышын өйрәнәм. Беҙ йәшәгән ауылда урыҫ теле күп ҡулланыла, күберәк урыҫса һөйләшергә тура килә. Әммә беҙ туған телебеҙҙе онотмаҫ өсөн ғаиләбеҙҙә гел башҡортса рәхәтләнеп һөйләшәбеҙ. Мин үҙ телемде бик яратам, башҡортса йырҙар тыңлайым, шиғырҙар ятлайым, китаптар уҡыйым. Телебеҙ юғалмаҫ, телебеҙ мәңге йәшәр,  тип ышаныслы  әйтә алам.

 

Айназ ВӘЛИТОВ, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас