+7 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Телебеҙҙе яратайыҡ!

Минең яратҡан дәресем, әлбиттә, башҡорт теле. Үҙ телен яратмаған бала юҡтыр, тип уйлайым.

Телебеҙҙе яратайыҡ!
Телебеҙҙе яратайыҡ!

“Телгә һөйөү ғаиләнән башлана” тигән бик матур әйтем бар. Уның менән тулыһынса килешәм. Сөнки беҙ ғаиләлә үҙ туған телебеҙҙә аралашабыҙ, өйҙә ата-әсәйем менән башҡортса һөйләшәбеҙ.
Дәрестә башҡорт теленең серҙәрен өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Һәр дәрес башында таҙаәйткестәр, тиҙәйткестәр өйрәнеү, ҡабатлау асыҡ итеп башҡорт теленә генә хас өндәрҙе дөрөҫ итеп әйтергә ярҙам итә.
Миңә дәрестә шиғыр ижад итеү оҡшай. Уҡытыусыбыҙ Розалиә Әхмәт ҡыҙы рифма һүҙҙәр уйыны уҙғарғанда бер-беребеҙ менән кемуҙарҙан уйлап табабыҙ. Ҡыҙыҡлы рифма килеп сыҡһа, көлөшөп тә алабыҙ. Синыфтан күбебеҙ республикала сыҡҡан гәзит-журналдарҙы алдыра. Һәр аҙна яратҡан “Йәншишмә” гәзитен ҡулға алып уҡыйбыҙ. Гәзит биттәрендә үҙебеҙҙең  ижад эштәребеҙ баҫылып сыҡһа, икеләтә ҡыуанабыҙ, тағы ла дәртләнеп китәбеҙ.  
Телебеҙҙе яратайыҡ! Һаҡлайыҡ!


Нәргизә ВӘЛИТОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәгеТалбазы башҡорт гимназияһы. 

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас