Телебеҙ аша бишек йырын ишетәбеҙ, тәүге һүҙҙе әйтәбеҙ. Тел —күңел көҙгөһө. Үҙ телемдә иркенләп һөйләшәм. Ул шул тиклем бай, яғымлы һәм көслө лә. Бына ошо ҡиммәттәрҙе белергә, өйрәнергә, һаҡларға башҡорт теле уҡытыусым Әлфирә Йәмил ҡыҙы Нуриева бик күп көс һала. Беҙ төрлө шиғри конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Үҙебеҙҙең «Йәйғор — ТВ» медиа студияһы «Тамыр» тапшырыуына бик күп фәһемле сюжеттар ебәрә. Был Әлфирә Йәмил ҡыҙының ҙур тырышлығы. Беҙ уҡытыусыбыҙ уҡытҡан башҡорт теле дәресен яратабыҙ, гел көтөп алабыҙ.
Әйҙәгеҙ, дуҫтар, туған телебеҙҙе өйрәнәйек, һаҡлайыҡ!
Рушана ҒИЛМАНОВА, VIII «Б» синыфы уҡыусыһы.
Дыуан районы,
Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы.