-1 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Күпме аҫыл һүҙебеҙ бар һөйөклө туған телдә

Баймаҡ районы Билал ауыл китапханаһында "Атам теле, әсәм теле-минең телем!" исемле түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү үтте.

Күпме аҫыл һүҙебеҙ бар һөйөклө туған телдә
Күпме аҫыл һүҙебеҙ бар һөйөклө туған телдә

Туған тел.. Кеше тәү мәртәбә ошо телдә “әсәй”, “атай” һүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша. Әхлаҡ төшөнсәләрен әсә телендә аңына һеңдерә, күңеленә бекркетә. Туған тел аша кеше тәүге хәрефтәрҙе таный, уҡырға, яҙырға өйрәнә. Туған теле арҡаһында ул үҙ халҡының күңел хазинаһын-илаһи йырҙарын, мөғжизәле әкиәттәрен, тәрән аҡыллы мәҡәл-әйтемдәрен, серле йомаҡтарын белеү бәхетенә ирешә.

Күпме аҫыл һүҙебеҙ бар
Һөйөклө туған телдә.
Тыуған илһеҙ, туған телһеҙ
Йәшәй алмай бер кем дә!

Сығанаҡ һәм фото: Биляловская сельская библиотека

 

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас