+7 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Йәшәһен минең яратҡан башҡорт телем!

Башҡорт теле буйынса бар бәйгеләрҙә лә ҡатнашып киләм. Быйыл­ғы төбәк-ара олимпиадала алған тәьҫораттарым менән уртаҡлашып китәйем әле.

Йәшәһен минең яратҡан башҡорт телем!
Йәшәһен минең яратҡан башҡорт телем!

Белгегеҙ кил­һә, унда Башҡортостандан, хатта сиктәш өлкәләрҙән йыйыл­ған иң зирәк 372 ҡатнашыусының 22-һе Баймаҡ районынан ине.
Өс этаптан торған көсөргәнешле һынауҙы үтеп, 12 яҡташыбыҙ уңышҡа иреште. Шуныһы ҡыуаныслы — улар араһында беҙҙең лицейыбыҙҙың да ике уҡыусыһы бар. X cиныфтан Илгизә Мөхитова – еңеүсе, синыфташы Ғәзим Сыртланов призёр булды. Икеһенең дә етәксеһе — лицейыбыҙҙың тәжрибәле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлдәр Һиҙиәт ҡыҙы Сәйетҡолова. Был көндө мин улар өсөн ғорурланыу тойғоһо кисерҙем.
Өс көнгә һуҙылған олимпиада барышында ҡатнашыусыларҙы яҡын күреп, үҙ-ара дуҫлашып, бер-беребеҙгә өйрәнеп бөттөк. Бәйгелә үткән көндәр беҙҙең күңелдәрҙә яҡшы хәтирәләр булып оҙаҡ һаҡланыр әле. Бөтә республиканан йыйылған илһөйәр, телһөйәр, рухлы уҡыусылар менән танышыуыма бик шатмын.
Йәшәһен минең яратҡан башҡорт телем!


Азалиә ҠАСҠЫНОВА, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас