

Башҡорт теленән диктант халыҡ-ара белем биреү акцияһы оффлайн һәм онлайн форматта уҙа. Онлайн-форматта белем биреү ойошмаларында, юғары уҡыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, коммерция предприятияларында, йәмәғәт ойошмалары офистарында яҙырға мөмкин.
Онлайн форматта «БСТ», «Тамыр» (башланғыс кимәл) телеканалдарында, «Ашҡаҙар» радиоһында, шулай уҡ акцияның рәсми сайтында, социаль селтәрҙәрҙә дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлаясаҡ.
11.00 сәғәттән 11.25 сәғәткә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр диктант яҙа;
11.30 сәғәттән 12.00 сәғәткә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар диктант яҙа;
12.05 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ- көнбайыш диалектында диктант яҙа.
Акция Өфө ваҡыты менән 11.00 сәғәттә башлана.
Башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр, иркен аралашыусылар, көньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн диктантты кемдәр уҡыясағы тураһында ошонда яҙҙыҡ.
https://bashdictant.ru сайтында тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.