+23 °С
Облачно
VKOKTelegram

“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында еңеүселәр кем?

12 майҙа Өфөлә “Һаумы, һаумы, әкиәт!” донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыусылар конкурсы тамаланды. Гала-концерт Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте.

“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында еңеүселәр кем?“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында еңеүселәр кем?
“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында еңеүселәр кем?

Конкурс 2010 йылдан алып донъя халыҡтары ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, уҡыусыларҙың шиғри һәм импровизаторлыҡ һәләтен үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. Унда балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм башланғыс синыфтар уҡыусылары ҡатнаша.

Был юлы кескәйҙәр башҡорт, урыҫ, татар, эскимос, ненец, Алтай һәм Кавказ халҡы әкиәттәрен башҡарҙы. Сығыштарҙан һуң ҡунаҡтарҙы Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева сәләмләне.

– Был матур сарала ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта бара. 17 йыл эсендә 9 меңдән ашыу бала сәхнәгә күтәрелде. Барыһына ла ижади уңыштар теләйем. Бағыусыларға, ойоштороусыларға һәм жюри ағзаларына рәхмәт белдерәм, – тип билдәләне ул.

Гран-при яулаусыларҙы бүләкләү өсөн тамашасылар алдына Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин сыҡты. Ул балаларҙа туған телгә һәм халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләүҙәре өсөн ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға рәхмәт белдерҙе. Иң тулҡынландырғыс мәл. Кемдәр икән еңеүсе?

 

Номинациялар

Балалар баҡсалары араһында

Мәктәп уҡыусылары араһында

“Яңғыҙ башҡарыусылар”

Нурсолтан Фазылов (24-се балалар баҡсаһы)

Тимур Ишмуллин (Василий Томаров исемендәге 147-се мәктәп)

“Ғаилә инсценировкаһы”

Хәсәновтар ғаиләһе (308-се башҡорт балалар баҡсаһы)

Әйүповтар ғаиләһе (Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы)

"Әкиәтте фольклор коллективы менән сәхнәләштереү”

75-се “Аҡбуҙат”  башҡорт балалар баҡсаһы

161-се лицей

“Өфөнөң йәш әкиәтселәре” (1-се урын)

Ильяна Билалова (308-се башҡорт балалар баҡсаһы)

Айгөл Абзалова (48-се башҡорт лицейы)

“Яһалма зиһен күҙлегенән әкиәт донъяһы: киләсәк буктрейлеры” (1-се урын)

Алмаз Хәлилов (75-се “Аҡбуҙат” башҡорт балалар баҡсаһы)

 

Алтынай Хәлилова (Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы)

 

Быйыл конкурс Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына, Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. Еңеүселәр ҡаланың мәғариф идаралығы дипломдары һәм бүләктәре, шулай уҡ «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәгенән, «Ҡала кешеһе» фондынан бүләктәр алып ҡыуанды.

“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында еңеүселәр кем?
“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында еңеүселәр кем?
“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында еңеүселәр кем?
“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында еңеүселәр кем?
“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында еңеүселәр кем?
“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында еңеүселәр кем?
“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында еңеүселәр кем?
“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында еңеүселәр кем?
“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында еңеүселәр кем?
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас