

Сағыу этномәҙәни йүнәлешле ун картинанан торған тупланма 5-7 йәшлек кескәйҙәргә башҡорт телен өйрәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Педагогтар, тәрбиәселәр, ата-әсәләр өсөн методик рекомендациялар ҙа бирелгән. Комплект Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына яуап бирә.
Сараға килеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сәләмләне.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп балалар мәктәпкә әҙерлекһеҙ бара, ғаиләлә тел мөхите булдырылмаған, балалар баҡсаларында ла тейешле төркөмдәр юҡ. Шуға күрә беҙгә Мәғариф министрлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә был йүнәлештәге эште көсәйтергә кәрәк. 2025 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәғариф буйынса комиссияһы муниципаль берәмектәрҙә башҡорт телен өйрәнеү шарттары менән тәьмин ителеү буйынса мониторинг үткәрҙе. Төркөмдәр һаны ғына түгел, 130 балалар баҡсаһының нисек йыһазландырылыуы ла тикшерелде. 7 меңдән ашыу бала тәрбиәләнгән 270-тән ашыу балалар баҡсаһында булдыҡ, педагогтар, тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр менән осрашыуҙар ойошторолдо. Уларҙа ҡатнашыусылар билдәләүенсә, туған телде өйрәнеү һәм үҙләштереү өсөн мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында күргәҙмә һәм методик ҡулланмалар етмәй, төркөмдәрҙә һәм түңәрәктәрҙә йыһазландырыуҙың берҙәм стандарты юҡ. Ошо бурыстарҙан сығып та “Тере һүҙ” проекты эшләнде. Беҙҙең бурыс – республиканың мәктәпкәсә учреждениеларына башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләрендә практик ярҙам күрһәтеү. Һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн инновацион ысулдар, ғаиләләр менән балалар баҡсаһы араһында үҙ-ара аңлашыу кәрәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Тере һүҙ” проекты ошо ихтыяждарға яуап бирә, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Проекттың етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәғариф, фән һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү комиссияһы рәйесе, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаның “Тере һүҙ”ҙе тормошҡа ашырыу этаптары тураһында һөйләне:
– Стенд-плакаттар аныҡ маҡсаттарҙы иҫәпкә алып эшләнгән. 5–7 йәшлек балаларға визуаль ҡабул итеү кеүек заманса ысулдар аша заманса телде өйрәтеү; роль уйындары һәм ғаилә традициялары аша балаларҙың тел өйрәнеүгә ынтылышын күтәреп, сифатлы мәктәпкәсә педагогик тәрбиә биреү; туған телде өйрәнеү буйынса ата-әсәләр һәм ғаиләләр менән берлектәге эш барышында дәрестәр сифатын яҡшыртыу; милли геройҙар, байрамдар, тарихи һәм мәҙәни факттар миҫалында башҡорт телен өйрәнеү буйынса мәктәпкәсә белем биреү процессының системалылығы. Был – Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә учреждениеларында башҡорт телен өйрәнеүҙә оло юлдың башы: бәләкәйҙән һалынған нигеҙ телде артабан үҙләштереүҙә, мәҙәни үҙенсәлекте һаҡлауҙа һәм халыҡтың бай мираҫына ҡарата ҡәҙерле мөнәсәбәт булдырыуҙа ныҡлы терәккә әйләнәсәк, – тине Лариса Хашим ҡыҙы.
Проект өҫтөндә көслө команда: методистар, педагогтар, рәссамдар, шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү өлкәһенән эксперттар эшләгән. Педагогтар, тәрбиәселәр һәм атай-әсәйҙәр өсөн методик кәңәштәрҙең электрон варианты ла бар:
https://kurultai.ru/u/f/a/3/e/c9315-b59b-5921-9e93-5baa57562534.pdf
https://kurultai.ru/u/f/0/a/5/43445-42c3-60ac-f27c-fbdd427cb35c.pdf
Мәғлүмәт: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.
Фото: Юлай Кәримов.