

Тарих — ул үткән менән бөгөнгө көндө, бөгөнгө менән киләсәкте тоташтырған тере еп. Әгәр шул епте өҙһәләр йәки уны ялған менән бутай башлаһалар, халыҡ үҙенең тамырын, үҙаңын һәм киләсәген юғалта. Шуға күрә тарихты һаҡлау — ул тик ғалимдарҙың ғына түгел, ә һәр кемдең изге бурысы.
Башҡорт халҡының тарихы мең йыллыҡтар төпкөлөнә барып тоташа. X быуатта уҡ (921–922 йылдарҙа) ғәрәп сәйәхәтсеһе һәм илсеһе Әхмәт ибн Фаҙлан башҡорттар тураһында яҙып ҡалдырған. Ул башҡорттарҙы киң биләмәләрҙә йәшәгән, көслө һәм ойошҡан халыҡ итеп тасуирлай.
XVI быуатта башҡорттар Рәсәй дәүләте составына көс менән түгел, ә килешеү нигеҙендә инә. Был килешеүҙәрҙә башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә булған хоҡуғы рәсми рәүештә таныла. Артабан да был хоҡуҡ дәүләт документтары менән бер нисә тапҡыр раҫлана. Башҡорт шәжәрәләре лә беҙҙең тарихыбыҙҙың мөһим дәлилдәре булып тора, улар ата-бабаларыбыҙҙың ерҙәре, ырыуҙары һәм тарихи ваҡиғалары тураһында быуындан-быуынға мәғлүмәт һаҡлап килде.
Үҙенең тарихын белгән халыҡты еңеү ҙә, юҡ итеү ҙә мөмкин түгел.
Шуға күрә, ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, динебеҙҙе, телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, шәжәрәләребеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлайыҡ. Балаларыбыҙға туған телдә һөйләшәйек, ата-бабаларыбыҙҙың тарихын өйрәнәйек, рухи мираҫыбыҙҙы ҡәҙерләйек.
Телебеҙ — милләтебеҙҙең йәне, динебеҙ — рухыбыҙҙың терәге, тарихыбыҙ — халыҡ булараҡ йәшәүебеҙҙең нигеҙе. Ошо өс ҡиммәтте һаҡлағанда ғына башҡорт халҡы ла, уның рухы ла мәңге йәшәр.
Аллаһ Тәғәлә халҡыбыҙға берҙәмлек, иман ныҡлығы һәм үҙенең тарихи мираҫын һаҡларға көс-ҡеүәт насип итһен.
Фото һәм сығанаҡ: Байыш биләмә мосолмандары берләшмәһе.