+21 °С
Облачно
VKOKМакс

Тел бар. Беҙ бар.

6–9 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районында, «Авангард» лагерында, «Тел мөхите» йәштәр төбәк форумы үтә.

Тел бар. Беҙ бар.Тел бар. Беҙ бар.
Тел бар. Беҙ бар.

Форумдың төп идеяһы — башҡорт телен үҫмерҙәрҙең көндәлек тормошоноң тәбиғи өлөшөнә әүерелдергән мөхит булдырыу. Дүрт көн дауамында ҡатнашыусылар башҡорт телендә аралашасаҡ, белем аласаҡ, бергәләп проекттар эшләйәсәк һәм төрлө сараларҙа ҡатнашасаҡ. «Тел мөхите» — үҫмерҙәргә башҡорт телендә тиҫтерҙәре менән иркен аралашырға, сәхнәлә сығыш яһарға, медиаконтент булдырырға, команда менән эшләргә, шаяртырға һәм үҙ идеяларын тормошҡа ашырырға мөмкинлек биргән майҙан. 

 Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

 

#БашФонд #ФСГО #ГрантыГлавыРБ

Сығанаҡ: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас