+17 °С
Ясно
VKOKМакс

Һутлы телем

Һутлы телемТуған телем, һөлөк ише,Йәнкәйемә йәбешкән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һутлы телемҺутлы телем
Һутлы телем

Кендек аша әсәй менән
Ҡарында уҡ һөйләшәм.
Донъя танып, кеше булдым
Туған телем һутында.
Телем йәме – күңелемдә,
Телем тәме – уртымда!
Үткер телем.
Үрсер телем,
Юлын табыр урғылып.
Ерҙәр ҡаплап йәнә ҡалҡыр
Нәҫеленә сәсеп ҡалған
Ыуыҙ ғына ҡурпыһы!

ЗӨҺРӘ ҮТӘҒОЛОВА

 

Фото: vk.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас