

Олимпиада 5–7 октябрҙә онлайн форматта үтте. Ҡатнашыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса һорауҙар тәҡдим ителде. Улар үҙҙәренең белем кимәлен өс йүнәлештә лә һынай алды. Башланғыс кимәлдә — 25 753, иркен аралашыусылар кимәлендә — 6 218, башҡорт теленең диалекттарына арналған йүнәлештә 1 614 ҡатнашыу теркәлде. Проект төрлө кимәлдәге белемгә эйә булған кешеләрҙе берләштерҙе: башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар ҙа, уны иркен белгәндәр ҙә үҙ көсөн һынап ҡарай алды.
Олимпиадала Башҡортостан халҡы ғына түгел, Мәскәүҙән, Архангельск, Силәбе, Свердловск, Красноярск, Ырымбур, Татарстан һәм Ҡурған өлкәләренән ҡатнашыусылар ҙа үҙ белемдәрен һынаны.
Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ойоштороусылар — Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм «Мираҫ» йәштәр башланғыстарын яҡлау фонды.
#БашҡортТеленәнОлимпиада2026 #ФСГОРБ #БашҡортТеле #БашФонд
Мәғлүмәт һәм фото Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы (https://vk.ru/wall-182678571_15157) төркөмөнән алынды.