+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәткә сәйәхәт
18 Март 2018, 17:31

" Һайлау - 2018" йәмәғәт матбуғат үҙәгендә һайлау хоҡуғы боҙолоу буйынса килгән дәғүәләргә анализ яһалды

БР буйынса Рәсәй адвокаттары гильдияһы коллегияһы президиумы рәйесе Валерий Аббасовтың әйтеүенсә, етди хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлмәгән.

БР буйынса Рәсәй адвокаттары гильдияһы коллегияһы президиумы рәйесе Валерий Аббасовтың әйтеүенсә, етди хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлмәгән. Ҡайһы бер кандидаттарҙың күҙәтеүселәрен үткәрмәүҙәре тураһында мөрәжәғәттәр килгән. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ысынбарлыҡта хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланмаған. Бер участокка РФ Президентлығына кандидаттың бер нисә күҙәтеүсеһе ебәрелгән. Улар тик берәү генә булырға тейеш. "Ҡайһы бер күҙәтеүселәр үҙҙәренең хоҡуҡтарын кәрәгенән тыш талап итә " , -ти Валерий Аббасов. Һайлау бюллетендәрен ташлап китеүҙәре тураһында Интернетҡа ҡуйылған видео ла дөрөҫлөккә тап килмәй. Камераларҙың дөрөҫ ҡуйылмауҙары, һайлаусыларҙың боҙолған бюллетендәрҙе иҫтәлеккә үҙҙәренә алырға теләүҙәре тураһында ла хәбәр иткәндәр. Һайлауҙар тыныс шарттарҙа үтә.
Читайте нас: