-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәткә сәйәхәт
23 Март 2018, 17:18

Путин – беҙҙең Президент!

2018 йылғы Президент һайлауҙарын балалар ҙа ҡыҙыҡһынып көтөп алды. «Ә һин һайлауға бараһыңмы, кемде һайлайһың? Мин дә һиңә эйәрәйем әле…» Ошондай һүҙҙәр күп ғаиләләрҙә булғандыр, моғайын.


Быйылғы һайлауҙа йәштәрҙең дә әүҙемлеге күренде. Быны улар­ҙың социаль селтәрҙәргә ҡуйған фотоларынан да белеп була ине. Ә 18 йә­шен тултырып, тәүгә гражданлыҡ бурысын үтәүселәр Баш­ҡортостан­да – барлығы 50 мең 45 кеше. Нәҡ 18 мартта 92 ҡыҙ һәм егеткә 18 йәш тул­ған. Тағы ла бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт: һайлаусылар исемлегендә 100 йәштән өлкәнерәк 180 кеше бул­ған.

Ғәҙәттәгесә, ауыл ерҙәрендә һайлаусылар әүҙемлек күрһәтте. Бигерәк тә Балтас, Тәтешле, Фёдоровка райондарында иртәнсәк халыҡ күп­ләп һайлау участкаларына ағылды. Ә киске 6-ға Баҡалы, Баймаҡ, Борай, Тәтешлелә гражданлыҡ бурыстарын үтәүселәр электораттың 80 процентын тәшкил итә ине. Һайлаусылар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылды: дауаханаларҙа ла, шифаханалар­ҙа ла, холоҡ төҙәтеү учреждениеларында ла, вокзал һәм аэропортта ла һайлау участкалары эшләне.

Һайлау матбуғат үҙәгендә журналистар һәм блогерҙар халыҡты яңылыҡтар менән даими таныштырып тора алһын өсөн көнө буйы брифингтар, Үҙәк һайлау участкаһы менән ту­ра бәйләнештәр ойошторолоп тор­ҙо.
Быйыл республикала халыҡтың 75,4 проценты гражданлыҡ бурысын үтәне. Был, әлбиттә, 2012 йыл менән сағыштыр­ғанда, саҡ ҡына әҙерәк: 76,38 процент булған. Ә Рәсәй буйынса һайлауҙа ҡатнашыусылар 67,49 процент тәшкил иткән. Респуб­ликала һайлау барышын онлайн күҙәтеү мөмкинлеге лә булды, байтаҡ урындарҙа видеокамералар ҡуйыл­ғайны.
АҠШ-тан килгән бер күҙәтеүсе, Рәсәй­ҙә һайлау халыҡ-ара нормаларға ярашлы үтте, ә Президент Путиндың еңеүе – уның сәйәсәтенә һәм етәкселегенә тулы ышаныс билдәһе, тип белдерҙе.
Шулай итеп, Владимир Путин 76,69 процент тауыш йыйып, Президент итеп яңынан һайланды. Икенсе урында – Павел Грудинин, унан һуң Владимир Жириновский килә.
Майҙа – инаугурация, шунан һуң Хөкүмәт етәкселегендә үҙгәрештәр ҙә булыуы көтөлә.

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.

Читайте нас: