+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәткә сәйәхәт
20 Октябрь 2018, 15:54

Тыуған Башҡортостанына ҡайтты

11 октябрь, Республика көнөндә, Рөстәм Хәмитов вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында иғлан итте. Хуш­лашыу телмәрендә үҙенең китеүен, ул һәр яҡлап тикшерелгән шәхси ҡарар, тип аңлатты һәм 2019 йылда үтәсәк Баш­ҡортостан Республикаһы Башлығын һай­лауҙа үҙ кандидатураһын күрһәтмәйәсә­ген әйтте. «Өлкән йәштәге төбәк етәксе­ләре үҙ ваҡытында һәм лайыҡлы рәүештә китергә тейеш», – тип белдерҙе ул.

Ә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу­сы итеп Радий Фәрит улы Хәбиров тәғәйенләнде.
Радий Хәбиров 1964 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Һайран ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 1981 йылда Ишембай машиналар эшләү заводында башлаған. Баш­ҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. 1989 – 1992 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты дәүләт хоҡуғы һәм совет төҙөлөшө кафедраһы ассис­тенты. 1994 – 2003 йылдарҙа – БДУ-ның юридик факультеты өлкән уҡытыу­сыһы, доценты, декан урынбаҫары, Хоҡуҡ институты директоры. 2003 – 2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе. 2008 йылда – Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һәм Рәсәй Федерация Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығының сәйәси партиялары менән эш итеү департаменты директоры. 2009 – 2016 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары. 2017 – 2018 йылдарҙа – Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы башлығы.
Быйыл ул йәнә тыуған Башҡортостанына ҡайтты. Радий Фәрит улы – юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда үҙенең сәләмләү һүҙендә ул:
– Республика халҡы алдындағы яуап­лылыҡ тойғоһон бик яҡшы аңлайым. Бөтә көс-дәртемде Башҡортостандың артабанғы үҫешенә, уның халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтәсәкмен, – тине.
Проблемалар етерлек, әлбиттә. Улар төбәк башлығы үҙгәрҙе, тип иртәгәнән үк хәл ителмәйәсәк. Эш күп, һайлауҙарға тиклем алда бер йылға яҡын ваҡыт бар. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа эшендә уңыштар теләйек.

Х. ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: