– Хәлдең көн һайын уйламағанса үҙгәреп тороуын күрәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик яҡшы яҡҡа түгел. Ауырыу кешеләр күбәйә, өҫтәүенә, сирҙе ауыр үткәреүселәр һаны артҡандан-арта бара, – тип билдәләне ил етәксеһе.
Әлбиттә, алдағы көндәр хаҡында ниҙер алдан әйтеүе ҡыйын, шуға ла ул Хөкүмәткә көн һайын хәлдең нисек үҙгәреүе тураһында тейешле күҙәтеү алып барырға ҡушты.