– Элекке эш урынында килеме ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы мәшғүллек органдарына 1 марттан мөрәжәғәт иткән бөтә граждандарға 1 апрелдән 30 июнгә тиклем эшһеҙлек буйынса юғары пособие түләй алырлыҡ ҡарар проектын әҙерләнгән дә инде, – тине сенатор.
Унан тыш, коронавирус пандемияһы осоронда эшен юғалтҡан атай-әсәйҙәргә һәр бәлиғ булмаған балалары өсөн апрелдән июнгә тиклем 3-әр мең һум түләнәсәк. Галина Карелованың билдәләүенсә, Рәсәй Хөкүмәте ил төбәктәренә коронавирус инфекцияһы менән көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәренә махсус түләүҙәр өсөн 45 миллиардтан ашыу аҡса бүлгән.